Армия мәҙәниәте көндәрендә Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында Мөнир Ҡунафиндың "Бер ғүмер генә етмәй икән" спектакленең премьераһы була. Тәүге тапҡыр Мөнир Ҡунафиндың “Бер ғүмер генә етмәй икән” (12+) пьесаһы буйынса спектакль Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында рус телендә ҡуйыла. Премьера 25 августа, 19.00 сәғәттә башлана. Башҡорт телендә спектакль февралдә ҡуйылғайны. Режиссер Рөстәм Хәкимов билдәләүенсә, руссаға тәржемә итеү аудиторияны киңәйтәсәк, республика халҡына, ҡунаҡтарына ҡарау мөмкин буласаҡ. Төп герой – “Безбашенный” образы (Байегет Мөхәрләмов башҡара) МХО-ға Башҡортостандан доброволец булып китеп, ВСУ-ның бронетранспортерын урлап алып килгән Фәнис Хөсәйеновтан тыуған. Комбат ролен, башҡорт телендәге кеүек үк, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Рәмзил Сәлмәнов башҡара. Ул “Бер ғүмер генә етмәй икән” спектакле тамашасыға махсус хәрби операция идеяһының мөһимлеген еткерә, тип билдәләй. - Миңә комбат ролен биргәстәре, ҙур яуаплылыҡ тойҙом. Биге