Баҡсаларығыҙҙа ҡыярҙарығыҙ тәгәрәшеп ятамы? Уларҙы ни эшләтергә белмәһәгеҙ, Зөлфирә Таһирова өйрәткәнсә тоҙлап ҡарағыҙ әле. "Ҡыяр-мыяр, салат-малат ябып ятаһығыҙмы? Минең дә көндәр шулай үтә. Ҡыярҙар ярышҡа сыҡҡан кеүек ай үҫәһен көн үҫә. Быйыл Миңзифа бикәмем бер рецепт өйрәткәйне, еп-еңел генә, тиҙ генә, үҙе еңелсә тоҙланған була, тип. Шуның буйынса тоҙланым ҡыярҙарҙы. Ике банкаһын асып ашаныҡ инде. Балаларға ла, үҙебеҙгә лә оҡшаны. Кемгә нисек инде, һәр кем үҙе өйрәнгәне буйынса эшләй. Былай мин ялҡауға килеште. Бер сәғәт эсендә һигеҙ-туғыҙ банка тоҙлай ҙа ҡуяһың. Уның араһына кишер, помидор, ҡабаҡ та тыҡҡысланым. Матус ҡына булдылар! Хәҙер һеҙгә лә яҙам, ҡыш көнө тик ятҡансы тоҙло ҡыяр сәйнәп ятырбыҙ. Ул яп-ялтыр көйө генә һаҡлана, буҙармай ҙа, ағармай ҙа, атылмай ҙа. Ҡыярҙарҙы матур итеп йыуып, ике яҡ осон ҡырҡып, 1-2 сәғәткә һалҡын һыуға һалып торабыҙ. Шунан табаҡҡа йәки кәстрүлгә, ҡайҙа һеҙгә уңайлы, ике-өс шешә 9 процентлы уксус ҡоябыҙ. Шуны плитәгә ултыртабыҙ, йылымыс булғас,