Армия мәҙәниәте көндәре сиктәрендә Башҡортостандың Милли музейында “Армия культуры” күргәҙмә экспозицияһы эшләй. Унда ҡәҙерле һәм һирәк экспонаттарҙың береһе – Ҡораллы Көстәр Үҙәк музейынан килтерелгән Еңеү ордены. “ Еңеү ордены - СССР-ҙың юғары хәрби ордены, ул хәрби етәкселәргә хәрби операцияларҙы уңышлы үткәргән өсөн тапшырылған. Бөтәһе 20 награда бирелә һәм 17 орден кавалеры була (өсәүһе ике тапҡыр наградлана). Ҡораллы Көстәр Үҙәк музейында биш Еңеү ордены һаҡлана: Георгий Жуковтың ике, Александр Василевскийҙың шулай уҡ ике һәм Родион Малиновскийҙың наградалары. Уларҙың береһен БР Милли музейында 22 - 27 августа, Армия мәҙәниәте көндәре үткәндә, күрергә мөмкин. Шулай уҡ күргәҙмәлә Үҙәк музейҙан килтерелгән Еңеү байрағының күсермәһе, артистарҙың сәхнә костюмдары, мәҙәни фронттағы ҡаҙаныштарҙы раҫлаған наградалар, билдәләр һәм башҡа әйберҙәр ҡуйыла. "Был көндәрҙә беҙгә айырыуса кеше күп килде. Воронеж, Тула, Ырымбур ҡалаларынан ҡунаҡтар булды, урта йәштәгеләр, йәштәр, уҡыусылар кил