Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Һөҙөмтә ҡыуандыра

“Рәсәй шифаханалары” милли бронь сервисы 2025 йылдың тәүге ярты йыллығында шифахана-курорт ялының йәлеп итеүсәнлеге буйынса төбәктәрҙең яңы рейтингын баҫтырып сығарҙы. Беҙҙең төбәктең һөҙөмтәләре һоҡландыра: - республика 102 мең ял итеүсене ҡабул иткән; - номер фондының йөкләнеше 55 процент тәшкил иткән; - шифаханаларҙың килеме – 3,9 миллиард һум. Тикшеренеү йомғаҡтары буйынса Башҡортостан илдә бишенсе урынды биләй. Алда Краснодар крайы, Ставрополь, Ҡырым һәм Мәскәү өлкәһе. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса республикала уҡытыусыларға, МХО-ла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам саралары ғәмәлдә — улар төбәк шифаханаларында бушлай шифахана-курорт дауалауын ала ала.