Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Һәр концертта “Шайморатов генерал” йырын башҡаралар

Ошо көндәрҙә Башҡортостан буйлап Рәсәй Оборона министрлығының федераль проекты — Армия мәҙәниәте көндәре саралары үтә. 21 – 27 августа республикала барған был күләмле фестиваль сиктәрендә Башҡортостандың бер нисә ҡалаһында ижади бригадалар сығыш яһай. Александров исемендәге йыр һәм бейеү ансамбле, Ленинград хәрби округының фронт ижади бригадаһы һәм Стратегик тәғәйенләнештәге ракета ғәскәрҙәренең “Ҡыҙыл йондоҙ” йыр һәм бейеү ансамбле артистары Стәрлетамаҡта, Нефтекамала, Сибайҙа, Белоретта булды ла инде. Сибайҙа тамашасыларға урындағы Сибай концерт-театр берекмәһе йырсыларының фронт бригадаһы составында Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артистары Фларид Бирғәлинде һәм Әлфир Замановты күреү айырыуса ҡыуаныслы булды. – Махсус хәрби операция биләмәһендәге яугирҙәребеҙҙең рухын күтәрәбеҙ. Башҡортостанға Армия мәҙәниәте көндәренә барыуыбыҙҙы белгәс, бик шатландыҡ, сөнки тыуған яғыбыҙҙы һағындыҡ. Алғы һыҙыҡта сәхнә юҡ, блиндаждарҙа, окоптарҙа һәм подвалдарҙа сығыш яһайбыҙ, – тип һөйләне

Ошо көндәрҙә Башҡортостан буйлап Рәсәй Оборона министрлығының федераль проекты — Армия мәҙәниәте көндәре саралары үтә. 21 – 27 августа республикала барған был күләмле фестиваль сиктәрендә Башҡортостандың бер нисә ҡалаһында ижади бригадалар сығыш яһай. Александров исемендәге йыр һәм бейеү ансамбле, Ленинград хәрби округының фронт ижади бригадаһы һәм Стратегик тәғәйенләнештәге ракета ғәскәрҙәренең “Ҡыҙыл йондоҙ” йыр һәм бейеү ансамбле артистары Стәрлетамаҡта, Нефтекамала, Сибайҙа, Белоретта булды ла инде. Сибайҙа тамашасыларға урындағы Сибай концерт-театр берекмәһе йырсыларының фронт бригадаһы составында Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артистары Фларид Бирғәлинде һәм Әлфир Замановты күреү айырыуса ҡыуаныслы булды. – Махсус хәрби операция биләмәһендәге яугирҙәребеҙҙең рухын күтәрәбеҙ. Башҡортостанға Армия мәҙәниәте көндәренә барыуыбыҙҙы белгәс, бик шатландыҡ, сөнки тыуған яғыбыҙҙы һағындыҡ. Алғы һыҙыҡта сәхнә юҡ, блиндаждарҙа, окоптарҙа һәм подвалдарҙа сығыш яһайбыҙ, – тип һөйләне улар. Александров исемендәге ансамбль артисы Никита Филаретов Башҡортостандағы һәр концертта “Шайморатов генерал” йырын башҡара. Уның һүҙҙәренсә, бындай бурысты уға РФ Оборона министрлығының Мәҙәниәт департаментының мәҙәни программалар бүлеге начальнигы Ольга Фаллер үҙе ҡуйған. – Дүрт куплеттың өсәүһен башҡорт телендә йырлайым. Һүҙҙәрҙе өйрәнеү еңел түгел, шуға күрә транскрипция һораным. Был эш менән отпускыла шөғөлләндем. Башҡорт теле үҙенсәлекле, бер кемгә лә оҡшамаған, – тип фекерен уртаҡлаша артист. Шулай уҡ Никита Филаретов уның коллективының үтәгән бурыстарының мөһим булыуын билдәләй. – Армия мәҙәниәте көндәрен үткәреү идеяһы бик шәп, ул төрлө төбәктәрҙә тормошҡа ашырылырға тейеш. Хәрби-патриотик йырҙар бер ҡасан да көнүҙәклеген юғалтмай. Был беҙҙең Тыуған илебеҙ, мәҙәниәтебеҙ, һәм беҙҙең дөйөм маҡсатыбыҙ булып бөйөк музыкаль мираҫты быуындан-быуынға тапшырыу тора, – тип белдерҙе Никита Филаретов. Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығы Сергей Озерцов концерт программаһында ҡатнашыусыларға рәхмәт хаттары һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы. Фото: Сибай ҡалаһының мәҙәниәт идаралығынан.