26 сентябрҙә Көрәш һарайында “Мелбет IBA.PRO 10” турниры була. Унда Башҡортостандың алдынғы спортсылары Артур Собханҡолов, Азалия Әминева һәм Данис Ғабдрафиҡов ҡатнаша. Сараның иң төп ваҡиғаһы – еңел ауырлыҡ үлсәмендә "WBA Continental” билбауы өсөн ун раундлы кисә була. Унда Артур Собханҡолов (9-0, 4 КО) Тигран Узлян (12-1, 6 КО) менән осраша. Турнирҙа IBA.PRO версияһы буйынса 67 килограмға тиклемге ауырлыҡ үлсәмендә алты раундлы алышта Рәсәйҙең ике тапҡыр чемпионы Азалия Әминева (3-0, 1 КО) Төркиә спортсыһы Неслихан Моллаоглу (1-1) менән алыша. Данис Ғабдрафиҡов (4-0, 1 КО) “WBA Asia Central” билбауы өсөн Ҡаҙағстандан Дильшат Нурым (9-1, 6 КО) менән алыша. Турнирҙы “IBA.PRO Ал Сиеста”, “Iron&Gloves Promotions” һәм “Dynamo Boxing Promotions” генераль директоры IBA президенты Умар Кремлёв һәм Рәсәйҙең Бокс федерацияһы булышлығында ойоштора. Шоуҙың генераль партнеры – “Мелбет” букмекер компанияһы. Тура бәйләнеш “Матч ТВ” телеканалында күрһәтелә. Сығанаҡ, фото: БР Спорт министрлығы.