Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Яңы көстәр эш башлай

Бөгөн Хөкүмәттең аҙналыҡ кәңәшмәһен башлап, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров яңы кадрҙар тәғәйенләү тураһында иғлан итте. Махсус хәрби операция ветераны, Батырлыҡ ордены һәм “Батырлыҡ өсөн” миҙалы кавалеры Оскар Ситдиҡов Башҡортостан Башлығы ярҙамсыһы итеп тәғәйенләнде. "Уҙған аҙнала Оскар Эхтибар улы Рәсәй Ҡораллы Көстәрендә хеҙмәтен тамамланы һәм республиканың идара итеү командаһында эшләй башланы. Уңыштар теләйбеҙ, – тине Радий Хәбиров. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Оскар Ситдиҡов Рәсәй Президенты ҡушыуы буйынса тормошҡа ашырылған “Геройҙар ваҡыты” федераль кадрҙар проектының беренсе ағымында уҡыны. Радий Хәбиров уның остазы булды. Бынан алда Башҡортостан Башлығы Оскар Ситдиҡовҡа Ҡораллы Көстәрҙән киткәндән һуң ошо вазифаны тәҡдим итеүе хаҡында хәбәр иткәйне. Шулй уҡ Рәсәйҙең Үзбәкстандағы сауҙа вәкиллеге ҡарамағындағы Башҡортостан вәкиле Альберт Шәйхетдинов үҙ бурыстарын үтәүгә тотондо. Радий Хәбиров уның менән бәйләнешкә сығарға һәм эшмәкәрлекте башларға ҡушты. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, бөгөн Башҡортостан вәкиллектәре Белоруссияла, Үзбәкстанда, Төркиәлә, Ҡытайҙа, Ҡаҙағстанда, Берләшкән Ғәрәп әмирлектәрендә Рәсәй сауҙа вәкиллектәре базаһында эшләй. Һандар һәм тәжрибә күрһәтеүенсә, республикала был илдәр менән үҙ-ара һөҙөмтәле эш алып барыла: тышҡы сауҙа әйләнеше арта, инвестициялар әүҙемерәк йәлеп ителә, яңы берлектәге производстволар булдырыла. Фото: "Башинформ".