Билдәле башҡорт яҙыусыһы, драматург, «Ағиҙел» журналының баш мөхәррире Өфөлә Армия мәҙәниәте көндәре сиктәрендә үткән китапхана директорҙары осрашыуында ҡатнашты. - Беҙ, яҙыусылар, тарих яҙабыҙ. Махсус хәрби операция темаһына минең китаптарым, юл яҙмаларым, очерктарым, пьесаларым донъя күрҙе. Бала сағымда олатайым менән йәшәнем. Ул Бөйөк Ватан һуғышы тураһында тураһында күп һөйләне. Етмәһә, беҙҙең быуын йәш сағында шул һуғыш тураһында китаптар уҡыны: “Йәш гвардия”, “Ысын кеше тураһында повесть”, пионер геройҙар һ.б. Беҙ уларҙы ҡат-ҡат уҡыныҡ, геройҙарҙың батырлығына һоҡландыҡ, уларға оҡшарға теләнек. Хатта 13 йәшемдә яҙған тәүге хикәйәм дә һуғыш тураһында булды, — тип хәтирәләре менән уртаҡлашты ул.
Мөнир Ҡунафиндың күп кенә журналист яҙмалары ла Бөйөк Ватан, афған һуғышы ветерандарына, махсус операцияла ҡатнашыусыларға арналған. МХО темаһына мөрәжәғәт итеп, иң беренсе батыр яугир Фәнис Хөсәйенов тураһында очерк сығара. Уны башҡорт телендә генә һигеҙ миллион тапҡыр уҡылған. Әммә автор