Яңы уҡыу йылы башланыуға күп ҡалманы. Төрлө кимәл мутлашыусылар был осор менән файҙаланып ҡалырға онотмай һәм халыҡты алдай. Лапша Медиа 1 сентябрь алдынан мутлашыусыларҙың яңы схемалары тураһында һөйләне. Һеҙҙең менән уртаҡлашабыҙ. Яратҡан темалары – ялған онлайн-магазиндар Мутлашыусылар канцелярия тауарҙарына, смартфондарға һәм смарт-сәғәттәргә “супер отошло” хаҡтар менән витрина-сайттар аса. Биҙәү бик тә ысынға оҡшаған булыуы мөмкин, әммә түләгәндән һуң тауар килмәй йәки ялған килә, ә һеҙҙең мәғлүмәттәр аҡса урлау өсөн ҡулланыла. “ГОСТ буйынса" – стандарттарға тоҙаҡ "Формаға яңы ГОСТ” тураһында белдереүҙәр “рәсми" форманы һатыу өсөн сәбәп” итеп ҡулланыла. Ата-әсәләргә тик уларҙа ғына стандартҡа ярашлы тауарҙар ассортименты бар тип ышандыралар. “Тәжрибәһеҙлек уйыны” – мәктәп хеҙмәткәрҙәренән шылтыратыуҙар һәм хәбәрҙәр Беренсе класс уҡыусыларының ата-әсәләренә шылтыратып йәки яҙып, үҙҙәрен мәктәп хеҙмәткәрҙәре итеп таныштыралар һәм “класс чатына” йәки “бушлай туҡланыу рәсмиләштереү өс