Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

“Пломбир” тортын бешереүе еп-еңел

Баймаҡ районының Иҫке Сибай ауылы сәнғәт мәктәбе хореографы, “Атайсал” өлгөлө бейеү ансамбле етәксеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәзилә Ғәйетбаева гәзит уҡыусыларыбыҙға еңел дә, тәмле лә торт рецебын тәҡдим итә. Ҡунаҡтар килһә лә, байрамдарға ла бешереү өсөн бик шәп ризыҡ. Һүҙ Рәзилә Хөснулла ҡыҙына. – Корж өсөн кәрәк: 400 гр он, 3 аш ҡалағы шәкәр, 200 гр аҡ май. Крем өсөн: 400 грамм ҡаймаҡ, 2 аш ҡалағы кукуруз крахмалы, 180 грамм шәкәр, 2 йомортҡа, 80 грамм аҡ май, 1 аш ҡалағы ваниль. Он менән шәкәргә майҙы ҡырғыс аша үткәреп ҡушабыҙ. Массаны ҡом ваҡлығы рәүешенә килгәнсе ыуалайбыҙ. Артабан ике өлөшкә бүлеп, ҡоро табала, ҡыҙғылт төҫкә ингәнсе ҡыҙҙырабыҙ. Әҙер валсыҡтарҙы айырым һауытҡа бушатабыҙ. Артабан крем пломбир әҙерләйбеҙ. Ҡалын кәстрүлгә йомортҡа, крахмал, шәкәр, ҡаймаҡ һалып туҡыйбыҙ. Кремды плитәгә ҡуйып, талғын утта ҡуйырғансы бешерәбеҙ. Ҡуйырғас, май менән ванилде өҫтәп миксер ярҙамында туҡыйбыҙ. Артабан тортты әҙерләйбеҙ. Разъем формаға корждар өсөн әҙ

Баймаҡ районының Иҫке Сибай ауылы сәнғәт мәктәбе хореографы, “Атайсал” өлгөлө бейеү ансамбле етәксеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәзилә Ғәйетбаева гәзит уҡыусыларыбыҙға еңел дә, тәмле лә торт рецебын тәҡдим итә. Ҡунаҡтар килһә лә, байрамдарға ла бешереү өсөн бик шәп ризыҡ. Һүҙ Рәзилә Хөснулла ҡыҙына. – Корж өсөн кәрәк: 400 гр он, 3 аш ҡалағы шәкәр, 200 гр аҡ май. Крем өсөн: 400 грамм ҡаймаҡ, 2 аш ҡалағы кукуруз крахмалы, 180 грамм шәкәр, 2 йомортҡа, 80 грамм аҡ май, 1 аш ҡалағы ваниль. Он менән шәкәргә майҙы ҡырғыс аша үткәреп ҡушабыҙ. Массаны ҡом ваҡлығы рәүешенә килгәнсе ыуалайбыҙ. Артабан ике өлөшкә бүлеп, ҡоро табала, ҡыҙғылт төҫкә ингәнсе ҡыҙҙырабыҙ. Әҙер валсыҡтарҙы айырым һауытҡа бушатабыҙ. Артабан крем пломбир әҙерләйбеҙ. Ҡалын кәстрүлгә йомортҡа, крахмал, шәкәр, ҡаймаҡ һалып туҡыйбыҙ. Кремды плитәгә ҡуйып, талғын утта ҡуйырғансы бешерәбеҙ. Ҡуйырғас, май менән ванилде өҫтәп миксер ярҙамында туҡыйбыҙ. Артабан тортты әҙерләйбеҙ. Разъем формаға корждар өсөн әҙерләнгән 3-4 аш ҡалағы ҡом валсыҡтарын һалып , өҫтөнә кремды һылайбыҙ. Шулай итеп 6-7 тапҡыр ҡабатлайбыҙ. Тортты фольга йәки аҙыҡ пленкаһы менән ябып, 6-7 сәғәткә һыуытҡысҡа ҡуябыҙ. Һуңынан тортты үҙегеҙ теләгәнсә биҙәргә мөмкин. Фото: Рәзилә Ғәйетбаеваныҡы.