Гөлсинә мәктәп йылдарында илгәҙәк, шуҡ ҡына ҡыҙ булды. Үҫмерлек осорона ла нисектер иртәрәк аяҡ баҫты, 15-16 йәшендә үк бер нисә егеттең башын бер юлы әйләндерә ине. Беҙ уның менән ниндәйҙер фән буйынса район олимпиадаһында танышып, хат алышып, дуҫлашып киткәйнек. Гөлсинәнең егеттәр менән бәйле мажараларын теҙеп яҙған хаттарын ҡыҙыҡ күреп тә, бер аҙ ғәжәпләнеп тә уҡый торғайным. Мәктәпте тамамлағас, юлдар Өфөлә тағы осраштырҙы. Юғары уҡыу йортона инергә балы етмәгән, әммә шаталаҡ ҡыҙ юғалып ҡалмаған – баш ҡалалағы кулинария училищеһына уҡырға ингән ине. Һирәк-һаяҡ ҡына булһа ла осрашып, аралашып торҙоҡ. Күптән түгел оҙаҡ йылдар дауамында өҙөлөп торған дуҫлыҡты тағы яңырттыҡ. Дөрөҫөрәге, бер-беребеҙҙе социаль селтәрҙә табып алдыҡ. Арыу уҡ ҡына аралашҡандан һуң бына ниндәй хат яҙған ине ул. “Һеҙ гәзитегеҙҙә төрлө яҙмышлы кешеләр тураһында йыш яҙаһығыҙ. Мин һинең яҙғандарҙы ла күптән уҡып, тормошоңдо күҙәтеп барам. Кешеләрҙең фекер алышыуын, комметарийҙарын уҡыу ҡыҙыҡ та, фәһемле лә. Мине
Студент саҡта тапҡан баламды дауаханала ҡалдырып киттем
24 августа 202524 авг 2025
1
2 мин