Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Йәштәр ауылда ҡалһын өсөн

17 августа Баймаҡ районына эш сәфәре мәлендә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров Крепосной Йылайыр ауылы халҡы менән осрашыу уҙғарҙы. Төбәктең Министрҙар кабинеты етәксеһе Андрей Назаров социаль объекттарҙы ҡараны, инфраструктура торошо менән танышты. Урындағы халыҡ менән осрашыу мәлендә Андрей Назаров бәләкәй ауылдарҙың ауыл хужалығындағы ролен билдәләне. Уның һүҙҙәренсә, Крепосной Йылайыр кеүек ауылдарҙың яҡшы тормошо Башҡортостандың дөйөм үҫеше өсөн тәүге бурыс булып тора. Андрей Назаров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә лә эш сәфәре тураһындағы яҙмаһы менән уртаҡлашты: - Үҙемдең тыуған ерем – Баймаҡ районының Крепосной Йылайыр ауылына күптән барырға уйлай инем. Тап унда минең атайым һәм әсәйем тыуған. Урал аръяғына эш сәфәре мәлендә ауылыма инеп сыға алыуыма шатмын. Был бәләкәй генә, ләкин бик матур ауыл. Халыҡҡа тейешле барыһы ла бар: фельдшер-акушерлыҡ пункты, китапхана, фермер хужалыҡтары һәм яҡшы мобиль бәйләнеш. Был үҙгәрештәр халыҡ өсөн һөйөнөс, ләкин тағы ла уңайлыраҡ тормош һәм йәштәрҙе йәлеп итеү өсөн өҫтәмә көс һәм дәүләт тарафынан ярҙам талап ителә. Йәштәр ауылда төпләнеп ҡалһын өсөн шарттар тыуҙырырға тырышасаҡбыҙ, - ти Премьер-министр. Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан.