Батыр яугирҙәр иҫтәлегенә таҡтаташ асылды Бүздәк районының Күҙәй ауылында батыр яугирҙәрҙең исемдәре мәңгеләштерелде. Азат Сәлимов, Илдар Сәйфуллин, Азамат Сәлимов, Фларит Ғәлин, Ринат Ишматовтар махсус хәрби операцияла ҡатнашып, батырҙарса һәләк була. Бал хаҡта социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәһендә Бүздәк районы башлығы Илнур Иғдиев яҙа. "Геройҙар тураһында яҡты хәтерҙе һаҡлау - беҙҙең бурыс. Һәләк булған яугирҙәребеҙгә таҡтаташ асыу тантанаһы үтте, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, улар махсус хәрби операция барышында хәрби бурыстарҙы үтәгәндә һәләк булды. Беҙ геройҙарыбыҙҙың иҫтәлеген хөрмәтләргә һәм уны киләһе быуындарға тапшырырға бурыслы. Ысынлап та, Ватан өсөн ғүмерен биргән яугирҙәребеҙҙе иҫкә алыу бик мөһим. Дәүләтебеҙҙең намыҫын һәм данын яҡлаған егеттәр быға лайыҡлы. Беҙ яҡташтарыбыҙҙың батырлығы һәм ҡаһарманлығы алдында баш эйәбеҙ һәм Ватанды һаҡлап батырҙарса һәләк булған яугирҙәребеҙҙе иҫкә аласаҡбыҙ. Һәләк булған һалдаттарға мәңгелек дан".