Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Водителе лә, пассажиры ла һәләк булған

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт автоинспекцияһының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, кисә Туймазы районының М5 «Урал» трассаһының 1323 саҡрымында юл-транспорт фажиғәһе теркәлгән. Һамар йүнәлешендә хәрәкәт иткән «Фольксваген Поло» автомобиленең 29 йәшлек водителе ҡаршы һыҙатҡа сығып, «Тойота Камри» автомобиленә бәрелә. «Авария һөҙөмтәһендә «Тойота»ның 51 йәшлек водителе һәм уның пассажиры ашығыс ярҙам килеп еткәнсе һәләк булған, аварияла ҡатнашыусы тағы ике кеше төрлө тән йәрәхәттәре менән дауаханаға эләккән», — тип асыҡлыҡ индерҙеләр ведомствола. Юлдарҙа һаҡ булығыҙ, тиҙлек режимын арттырмағыҙ, ҡаршы һыҙатҡа сыҡмағыҙ! Фото: “Башинформ”