Бөгөн, 24 августа, Башҡортостанда Рәсәй Оборона министрлығының “Армия мәҙәниәте көндәре” федераль проектының өсөнсө көнө башлана. 16:00 сәғәттә “Торатау” конгресс-холында “Йырҙа - батырлыҡ, бейеүҙә - ҡаһарманлыҡ!" концерты була. Программала фестиваль ҡунаҡтары алдында Өфөнөң “Мираҫ” йыр һәм бейеү ансамбле һәм Үҙәк хәрби округының йыр һәм бейеү ансамбле сығыш яһай. Рәсәй Оборона министрлығының башҡа ижади коллективтарының гастролдәре Белоретта дауам итә, унда А.В. Александров исемендәге йыр һәм бейеү ансамбле, Стратегик тәғәйенләнештәге Ракета ғәскәрҙәренең “Ҡыҙыл Йондоҙ” йыр һәм бейеү ансамбле һәм Ленинград хәрби округының фронт ижади бригадаһы артистары үҙҙәренең концертын бирә. Шулай уҡ Өфөлә яңы музей экспозициялары эше дауам итәсәк, ә “Родина” кинотеатрында “Кадетский взгляд” Бөтә армия ҡыҫҡа метражлы фильмдар кинофестивалендә ҡатнашыусыларҙың кинофильмдары күрһәтелә. Кис Совет майҙанында III “Көҙ романтикаһы” халыҡ-ара классик музыка фестивале тантаналы ябыла. Программала - З.Исмә