Найти в Дзене

Балыҡсы юғалған...

Әбйәлил районының Дәүләт ауылы янындағы Сыбаркүлдә фажиғәле хәл булған. Башҡортостан Республикаһы буйынса дәүләт ғәҙәттән тыш хәлдәр комитеты хәбәр итеүенсә, Магнитогорск ҡалаһынан өс дуҫ һыу аҫтында һунар иткән. Уларҙың икәүһе йөҙөп сығып киткән, өсөнсөһө 1980 йылғы ир ғәйеп булған. Әлеге ваҡытта ирҙе эҙләү эштәрен Башҡортостан Республикаһы Ғәҙәттән тыш хәлдәр дәүләт комитеты водолаздары алып бара. "Беҙ һыуҙа ла, ерҙә лә иҫкәртеү эшен дауам итәбеҙ, - тип билдәләне Telegram- каналында ведомство етәксеһе Кирилл Первов. - Йәй аҙағына тиклем бер аҙна ҡалды, уның менән бергә йөҙөү миҙгеле лә тамамлана. Уртаса көндәлек температураның яйлап кәмеүенә ҡарамаҫтан, күптәр һыу объекттары янында ял итеүен дауам итә. Йылға-күл буйҙарында һаҡ булығыҙ! Автор фотоһы.