Мәҙинә апай – тормоштоң әсеһен дә, сөсөһөн дә етерлек татыған ҡатын. Шулай ҙа яҙмышының әсе һынауҙары һындырмаған уны, тормошто яратыуына, алсаҡ, көләс булыуына бөтә кеше һоҡланып баға. Рәшит ағай менән йәшләй генә яратышып ҡауышҡандар. Кешегә яҡшы мөнәсәбәтле, шаян, йор һүҙле шул ағай эсеп алһа, алмаштырып ҡуйылған кеүек була торғайны. Мәҙинә апайҙы аҙ йәберләмәне, береһенән-береһе бәләкәй өс балаһы менән кеше өйөндә ҡунған, өсәр-дүртәр көн иҫерек ире янына ҡайтырға ҡурҡып йөрөгән саҡтары ла күп булды. Эсһә, бигерәк ҡанһыҙ ҡыланды, ҡатынына ҡул күтәреүҙән дә тартынманы. Бер шулай эсеп илергәнендә үҙ-үҙенә ҡул һалып, мәрхүм булып ҡалды. Иренең йыллығы алдынан, Ҡөрьән ашына әҙерләнгән саҡта, апай күрше-тирәһен өй йыуырға өмәгә әйтте. Барлыҡ түшәк-ҡаралтыны тышҡа сығарып елләтеп, ҡарағай бүрәнәләрҙе ҡырып йыуып, мейесте ап-аҡ итеп ағартып ҡуйҙылар. Күршеһе Әлфинә стеналарҙы йыуып бөткәс, таҙа сепрәк менән картиналарҙы, рамдағы фотоларҙы һөртөп элә башланы. Бына уның ҡулында – Рәшит ағайҙ