Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Бер аварияла дүрт автомобиль зыян күргән, бер водитель һәләк булған

Башҡортостандың Дәүләт автоинспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, 22 августа киске сәғәт алтылар тирәһендә Бөрө районында, Өфө – Яңауыл автомобиль юлының 100 километрында, көслө авария теркәлгән. Билдәле булыуынса, “Шакман” йөк автомашинаһы, юл сатында торған УАЗ “Патриот”ҡа бәрелмәйем тип, ҡаршы хәрәкәт һыҙатына сығырға мәжбүр булған. Унда иһә “Шкода Октавия” автомобиленә бәрелә. Көслө бәрелештән һуң “Шкода Октавия” юл ситенә төшөп китеп ауҙарыла. Ҙур йөк автомобиле, бәрелешкә юл ҡуймаҫҡа тырышһа ла, барыбер “УАЗ” автомобиленә лә һуғыла, һөҙөмтәлә “УАЗ” алдында торған “Киа Рио”ға зыян килтерә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, авария һөҙөмтәһендә “Шкода” водителе һәләк була. Фото: @bash_gibdd.