Запорожье өлкәһенән 37 өлкән класс уҡыусылары төркөмө Өфөнөң вуз-ара студенттар кампусына килде, тип хәбәр итә республика Хөкүмәте. Кампустарҙы булдырыу һәм үҫтереү “Йәштәр һәм балалар” милли проектына (национальный проект “Молодежь и дети”) ярашлы башҡарыла. Уларҙың килеүе “Университет сменалары” тигән федераль программа сиктәрендә ойошторолған. Кампустың резиденты булған М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты уларҙы ҡабул итте. Ҡунаҡтарға экскурсия ла үткәрҙеләр. Унда улар Евразия белем биреү үҙәгенең буласаҡ вуз-ара студенттар кампусының макетын күрҙе, заманса ғилми лабораторияларҙы ҡараны, “Өң” тигән киберфизика инновация оҫтаханаһында булды. – М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты был йәйҙә ҡабул иткән өсөнсө “Университет сменаһы”. Балалар ял итеп кенә ҡалмаһын, белем дә алһын өсөн тырышабыҙ. Үҙҙәренә киләсәккә һөнәр һайлағанда беҙҙең смена уларға ярҙам итер. Бәлки, кемдер уҡыу өсөн Өфө вузын да һайлауы ихтимал, - тине смена етәксеһе, Аҡ