Бүздәк районының һәләтле рәссамы Рәдис Ғайнанов ябайлыҡтан матурлыҡ тыуҙырған. “Бәлешфест-2025” фестивалендә яҡташтарына ошондай һоҡланғыс эшен тәҡдим иткән. Оҫта ҡулдары менән булдырылған арт-объект байрамдың биҙәгенә әүерелә. Бик күптәр уның эргәһенә туҡталып ҡыҙыҡһынып ҡарай, иҫтәлеккә фотоға ла төшә. Рәдис Ғайнанов - ябай ғына әйберҙән матурлыҡ тыуҙыра белгән һәләтле рәссам. Үҙенең яҡташтарын да тәүгә һоҡландырмай. Был юлы ул кәрәкмәгән, ҡулланылған материалдарҙан ошондай һоҡланғыс ат һынын эшләп ҡуя. Ағас киҫәктәренән каркасын төҙөһә, ҡалған өлөшөн яһау өсөн кәрәкмәгән гәзиттәрҙе, ҡағыҙҙы ҡуллана. Был скульптура өҫтөндә рәссам бер үҙе эшләй. Ҡатмарлы ла, ентекле лә эште тулыһынса үҙ ҡулдары менән башҡарып сыға. – Матурлыҡты бөтә ерҙән дә табырға булыуын ошо эшем аша күрһәтергә теләнем. Ғәҙәти генә, кәрәкмәй тип уйлаған нәмә лә гүзәллек сығанағы була ала. Ат көстө, сыҙамлыҡты, егәрлелекте, тәбиғәт матурлығын сағылдыра. Ошондай экологик материалдар ҡулланып был образды булдыра алы