Бәләбәй районының Пахарь ауылында йәшәгән Исламғоловтарҙың йорто әллә ҡайҙан сағыу георгин сәскәләре менән иғтибарҙы яулай. Сәбилә һәм Ғәбделхәй Ҡотләхмәтовтар бөгөн дә баҡсаларында, иртән уларға “ҡунаҡҡа” килгән бәләкәй терпене һөт, алма менән һыйларға тырышалар ине. Йорттары түрендә кесе улдары, "Ислам” позывнойын алған махсус хәрби операция яугиренең фотоһы урын алған. Ул Даян Мурзин исемендәге Башҡортостан батальонында пилотһыҙ осоу аппараттары операторҙары взводында хеҙмәт итә. Ул Бәләбәй механизация һәм электрификация колледжын тамамлаған. Яугир-контрактник үҙенең хәрби тормошо тураһында һөйләргә яратмай. “Беҙ смс аша ғына аралашабыҙ, шулай хәүефһеҙерәк, - ти өлкәндәр. –Улыбыҙ бер нигә лә зарланмай, барыһы ла яҡшы, тип яҙа. Икенсе дәрәжә “Батырлыҡ өсөн” миҙалы менән наградланғанын беләбеҙ”. Яңыраҡ егет тағы ла бер дәүләт наградаһына тәҡдим ителгән. Ата-әсә уның сираттағы ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтыуын түҙемһеҙлек менән көтә. Егет һөйгән ҡыҙы менән никахҡа инергә уйлай. Исламғолов