Ошо көндәрҙә Түбәнге Новгород өлкәһенең Дзержинск ҡалаһында “Ватанды һаҡлаусылар кубогы” төбәк-ара комплекслы физкультура сараһын ябыу һәм еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы булды. Унда Волга буйы федераль округының 14 төбәгенән 130 махсус хәрби операция ветераны ҡатнашты. Турнирҙы “Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фонды, Рәсәйҙең Паралимпия комитеты һәм Түбәнге Новгород өлкәһе хөкүмәте ойошторҙо. “Ватанды һаҡлаусылар кубогы” махсус хәрби операция ветерандарын физик һәм психологик реабилитациялауға, уларҙың һаулығын нығытыуға һәм социаль яраҡлаштырыуға, шулай уҡ спортты һәм сәләмәт тормошто популярлаштырыуға йүнәлтелә. Башҡортостан командаһы сарала уңышҡа өлгәште. Волейбол командаһы ярыштың көмөш призеры булды. Өҫтәл теннисында яугирҙәребеҙ өс алтын миҙал яуланы. Өфөнән Дмитрий Феликсов, Стәрлетамаҡтан Владимир Егоров һәм Шишмә районынан Рауил Шәңгәрәев чемпион исеменә лайыҡ булды. Владимир Егоров фондтың төбәк филиалы үткәргән йәмәғәт һәм спорт сараларында әүҙем ҡатнаша. Ул шулай уҡ Стәрлетама