ВИЧ-инфекция тураһында һүҙ сыҡһа, беҙ уны бөгөн дә тағун кеүек, үлем ҡурҡынысы янаған йоғошло сир итеп күҙ алдына килтерәбеҙ. СПИД һәм йоғошло сирҙәр менән көрәш буйынса республика үҙәгенең баш табибы, Һаулыҡ һаҡлау министрлығының ВИЧ-инфекция буйынса штаттан тыш баш белгесе Айгөл Ғәлиева “Башинформ” агентлығында үткән матбуғат конференцияһында XX быуаттың 80-се йылдарынан алып өйрәнелеүсе был инфекцияның тәбиғәте, уға юлыҡмау өсөн ниндәй ҡағиҙәләрҙе үтәү һәм ҡасан тест тикшеренеүе үтеү кәрәклеге тураһында һөйләне. Был вирус ни өсөн хәүефле? Табиптар ниндәй күҙаллауҙар яһай? ВИЧ-инфекция менән артабан нисек йәшәргә? “Беҙ элек берҙәм рәүештә ВИЧ – наркомандар сире, ул беҙгә бер нисек тә ҡағылмай, тип уйлаһаҡ, хәҙер хәл бөтөнләй үҙгәрҙе. Был – эпидемиологик инфекция, уның менән халыҡтың маргиналь, йәғни тормоштоң яңы шарттарына яраҡлаша алмаған, элекке социаль бәйләнештәренән яҙған, төрлө социаль төркөмдәр араһында юғалып ҡалған кеше генә сирләй тип уйлау дөрөҫ түгел. Ауырыуҙың портреты