Бөгөн, 22 августа, Армия мәҙәниәте көндәренә ярашлы, Хәрби Дан республика музейында “Рәсәй. Донбасс. МХО” күргәҙмәһе асылды Күргәҙмә махсус хәрби операция ваҡиғаларына һәм унда ҡатнашыусыларҙың батырлыҡтарына арналған. Тантанала БР Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев, РФ Оборона министрлығының мәҙәниәт департаментының мәҙәни программалар бүлеге начальнигы Ольга Фаллер, БР мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова, шулай уҡ “Ватанды һаҡлаусылар” фонды вәкилдәре, МХО ветерандары һәм яугирҙәре ҡатнашты. "2022 йылдың феврален иҫкә төшөрәйек. Ул саҡта күптәр социаль селтәрҙәрҙәге ялған мәғлүмәттәргә ышанды. Әммә ваҡыт үтеү менән беҙҙең яугирҙәребеҙ, мәҙәниәт һәм мәғариф хеҙмәткәрҙәре, киң мәғлүмәт саралары ярҙамында хәлде үҙгәртергә мөмкин булды. Шуға ҡарамаҫтан, әлеге ваҡытта ла махсус операцияның әһәмиәтен, беҙгә, рәсәйҙәргә, ни өсөн кәрәклеген тулыһынса аңламаған кешеләр бар. “Рәсәй. Донбасс. МХО” күргәҙмәһе күптәрҙең ҡарашын үҙгәртергә ярҙам итер тип уйлайым. Еңеү беҙ