Өфөлә Армия мәҙәниәте көндәренә ярашлы Юрий Сивачевтың “Беҙҙең дәүер геройҙары” һәм Сергей Марченконың ”Донбасс күмере. Еңеү йөҙҙәре” экспозициялары асылды. Армия мәҙәниәте көндәренең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ике күргәҙмә лә Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрына ҡуйылған. Ҡайһы бер эштәр МХО зонаһында башҡарылған этюдтарҙан ғибәрәт. Икенселәре - яугирҙәрҙең, ирекмәндәрҙең, ветерандарҙың портреттары. "Беҙҙең проект МХО-нан күп саҡрымдар алыҫлыҡта йәшәгән рәсәйҙәрҙең картиналарыбыҙҙағы геройҙарҙың күҙҙәренә ҡарап, был кешеләрҙең ни өсөн унда булыуын, улар кемдәр икәнен аңлаһын, уй-фекерен “күрһен”, уларҙың тауышын “ишетһен” һәм уларға ярҙам итергә теләктәре барлыҡҡа килһен өсөн булдырылған”, - тип билдәләне Сергей Марченко. Уның күсмә экспозицияһында хәрбиҙәрҙең - шағир-фронтовик Сергей Лобановтың, яҙыусы Захар Прилепиндың һәләк булған водителе Александр Шубиндың (“Злой”) - портреттары ҡуйылған. Юрий Сивачевтың күргәҙмәһендә Башҡортостандан МХО-ла ҡатнашыусылар - йырсы Әл