Бөгөн, 22 августа, Башҡортостанда Рәсәй Оборона министрлығының “Армия мәҙәниәте көндәре” федераль проекты старт алды, ул 27 авгусҡа тиклем дауам итәсәк. Сара республика Башлығы инициативаһы буйынса һәм төбәк Хөкүмәте ярҙамында уҙғарыла. Беренсе көн программаһында бер нисә сара бар. Улар иҫәбендә – Өфөнөң Еңеү паркында Мәңгелек утҡа сәскәләр һалыу, күргәҙмәләр асыу: - “Рәсәй. Донбасс. МХО” Республика Хәрби Дан музейында. - Башҡортостан Милли музейында “Мәҙәниәт армияһы” һәм “Рәссам күҙҙәре менән МХО" (Егор Смирнов). - “Беҙҙең заман геройҙары” (Юрий Сивачев) һәм “Донбасс күмере. Еңеү йөҙҙәре” (Сергей Марченко) Башҡорт дәүләт академия опера һәм балет театрында. Бөтә күргәҙмәләргә инеү ирекле. Стәрлетамаҡта күсмә оҫталыҡ дәрестәре һәм РФ Оборона министрлығының ижади коллективтары концерты, шул иҫәптән А.В. Александров исемендәге Рәсәй армияһының йыр һәм бейеү ансамбле һәм РВСН-дың “Ҡыҙыл йондоҙ” йыр һәм бейеү ансамбле концерты үтәсәк. Киске сәғәт алтыла Өфөнөң Совет майҙанында “Армия мәҙән