Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

16 йәшлек Тимур – донъя чемпионы!

Монголияла август айы башында мас-рестлинг буйынса үткәрелгән VII донъя чемпионатында Дүртөйлө спортсыһы Тимур Зарипов та ҡатнашты. 16-17 йәшлектәрҙең ауырлыҡ категорияһында яҡташыбыҙ алтын миҙал яуланы. Үҫмерҙең тренеры – Андрей Батурин. 32 илдән йыйылған спортсылар төрлө ауырлыҡ категорияларында көс һынашты. Рәсәйҙең йыйылма командаһы юғары кимәлдә сығыш яһаны. Яҡташыбыҙ Тимур Зарипов хәл иткес финалда Ҡырғыҙстандың көслө спортсыһын еңеп, донъя чемпионы исемен яуланы. Тимур – Рита һәм Рөстәм Зариповтар ғаиләһендә икенсе бала. Ата-әсә улдарының шөғөлөн хуплай һәм ярҙам итергә тырыша. “Тимур хәрәкәтсән, ҡыҙыу холоҡло, тап шундай егеттәргә көс талап иткән спорт менән шөғөлләнергә кәрәк, – ти тренер, пауэрлифтинг буйынса спорт мастерлығына кандидат Андрей Батурин. – Ике йыл буйы көсөргәнешле күнекмәләр беҙҙе еңеүгә килтерҙе.” Спорттың был төрө буйынса ул Башҡортостан йыйылма командаһының тренеры ла булып тора. Донъя чемпионына 16 йәш тулған, ҡаланың 5-се мәктәбен уңышлы тамамлаған

Монголияла август айы башында мас-рестлинг буйынса үткәрелгән VII донъя чемпионатында Дүртөйлө спортсыһы Тимур Зарипов та ҡатнашты. 16-17 йәшлектәрҙең ауырлыҡ категорияһында яҡташыбыҙ алтын миҙал яуланы. Үҫмерҙең тренеры – Андрей Батурин. 32 илдән йыйылған спортсылар төрлө ауырлыҡ категорияларында көс һынашты. Рәсәйҙең йыйылма командаһы юғары кимәлдә сығыш яһаны. Яҡташыбыҙ Тимур Зарипов хәл иткес финалда Ҡырғыҙстандың көслө спортсыһын еңеп, донъя чемпионы исемен яуланы. Тимур – Рита һәм Рөстәм Зариповтар ғаиләһендә икенсе бала. Ата-әсә улдарының шөғөлөн хуплай һәм ярҙам итергә тырыша. “Тимур хәрәкәтсән, ҡыҙыу холоҡло, тап шундай егеттәргә көс талап иткән спорт менән шөғөлләнергә кәрәк, – ти тренер, пауэрлифтинг буйынса спорт мастерлығына кандидат Андрей Батурин. – Ике йыл буйы көсөргәнешле күнекмәләр беҙҙе еңеүгә килтерҙе.” Спорттың был төрө буйынса ул Башҡортостан йыйылма командаһының тренеры ла булып тора. Донъя чемпионына 16 йәш тулған, ҡаланың 5-се мәктәбен уңышлы тамамлаған. Икенсе йыл инде “Олимпиец” спорт мәктәбендә шөғөлләнә. Ул – мас-рестлинг буйынса Башҡортостан чемпионы, Рәсәй беренселегендә икенсе урынды яулай һәм илдең үҫмерҙәр йыйылма командаһына индерелә. Ни өсөн тап ошо спорт төрөн һайланың? – тигән һорауға Тимур былай тип яуапланы: “Мин бәләкәйҙән һәр нәмәлә беренсе булырға ынтылдым , отолһам – үртәлдем, үҙемә асыуландым. Спорттың төрлө төрҙәре менән шөғөлләндем – саңғы, еңел атлетика, футбол... Әммә мас-рестлинг нығыраҡ оҡшаны, тренерым әйтмешләй, ул минең холҡома тап килә. Тренер етәкселегендә физик яҡтан ғына түгел, аҡыл йәһәтенән дә үҫкәнемде тоям. Спорт клубында төрлө йәштәге, үҙ-үҙенә ышанған, талантлы егеттәр менән аралашыу миңә көс һәм үҙ өҫтөңдә эшләү теләген тыуҙыра”, – ти донъя чемпионы. Был еңеү йәш спортсы карьераһында юғары ҡаҙаныш һәм Дүртөйлө районының донъя кимәлендәге сағыу балҡышы булып тора. Фото: “Маяҡ” гәзите.