Бөтә Рәсәй “Йыл ғаиләһе” конкурсы финалына быйыл 450-нән ашыу ғаилә үткән. Федерация Советының фән, мәғариф һәм мәҙәниәт комитеты рәйесе, Башҡортостандан сенатор Лилиә Ғүмәрова әйтеүенсә, конкурс йыл һайын яңы ҡатнашыусыларҙы йәлеп итә һәм унда еңелеүселәр юҡ. Быйыл унда 11 меңдән ашыу ғаилә ҡатнашҡан. Еңеүселәр рәтендә Башҡортостандан күп балалы, күп милләтле Андрющенколар ғаиләһе лә бар. Хәҙерге ваҡытта ғаилә башлығы махсус хәрби операция зонаһында десант-штурмлау полкында хеҙмәт итә. Лилиә Ғүмәрова конкурстың демография һәм ғаилә сәйәсәте мәсьәләләрен хәл итеүҙә һиҙелерлек роль уйнауын белдерҙе һәм Рәсәйҙең бөтә төбәктәренә берлектәге эш өсөн рәхмәт белдерҙе. Быйыл конкурсҡа ун йыл тулды һәм ошо осорҙа унда 40 меңдән ашыу ғаилә ҡатнашты. Конкурс лауреаттары алты номинацияла билдәләнде: “Күп балалы ғаилә”, “Йәш ғаилә”, “Ауыл ғаиләһе”, “Алтын ғаилә”, “Традицияларҙы һаҡлаусы ғаилә” һәм “Ватанды яҡлаусы ғаилә”. Һуңғы номинация, 2025 йылдың Ватанды яҡлаусылар йылы тип иғлан ителеүе