Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Өс балаһы етем ҡалған

Башҡортостанда дәүләт хеҙмәт инспекцияһы 42 йәшлек эшсе, өс бала атаһы һәләк булған бәхетһеҙ осраҡты тикшерә башланы. Ведомство мәғлүмәттәре буйынса, фажиғә 14 августа баш ҡаланың Киров районында Аврора һәм Батыр урамдары киҫелешендә төҙөлөп ятҡан күп ҡатлы торлаҡ йорт биләмәһендә теркәлгән. Дәүләт хеҙмәт инспекцияһы етәксеһе Татьяна Астрелина аңлатыуынса, заказсы “СК С.М. Т” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте объектында төҙөлөш эштәрен башҡарғанда, монтажсы 20-се ҡаттан лифт шахтаһына ҡолаған. Алынған йәрәхәттәрҙән зыян күреүсе ваҡиға урынында вафат була. Фажиғә сәбәптәрен тикшереү дауам итә. Фото: Хеҙмәт инспекцияһы.