Башҡортостанда инвестиция һабантуйына әҙерлек бара Премьер-министр Андрей Назаров социаль селтәрҙә ошо турала хәбәр итте. - Был етенсе форум. Йыл һайын ул төрлө. Состав, программа үҙгәрә, әммә маҡсат бер - бизнесты, иҡтисадты үҫтереү, эшлекле даирә менән бәйләнештәр булдырыу, - тине ул. Сибайҙа инвестиция һабантуйы 4-6 сентябрҙә уҙғарыла. Унда сит ил делегациялары ла ҡатнашыуы көтөлә. Инвестиция һабантуйы барышында шулай уҡ бизнес-шерифтар форумы уҙғарыла.