Әбйәлил районының Асҡар ауылында йәшәгән Рәхимә Мусинаның "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән: "Һуңғы осорҙа “Нимә менән булаһың?” – тип һораусыларға биргән яуабым барыһын да аптырауға һала.- Помидор киптерәм.- Уны ниңә киптереп ыҙаларға? Тура ла туңдыр ҙа ҡуй, - тиҙәр.Их, былар белмәй икән кипкән помидорҙың ниндәй тәмле деликатес булыуын тип уйлап ҡуям. Улай тиһәң, үҙем дә былтыр ғына Интернет ағай аша белеп ҡалдым ул. Унда "вяленый помидор” тип яҙып эҙләргә кәрәк.Сушилкам булмағас, былтыр помидорҙы микроволновкала киптерҙем. Улай тиҙерәк, әммә сифаты ҡайтышыраҡ булды. Минең яңы мауығыуҙы белеп, балалар юбилейыма сушилка бүләк иттеләр. Шуға быйыл маз булам. Әйткәндәй, духовкала киптерһәң дә насар түгел. Помидорҙың итлеһен, слива рәүешендәгеһен алыу яҡшы, һыулыһын киптереүе оҙаҡ, 6-8 сәғәт ваҡыт китә. Шул уҡ ысул менән вяленый перец менән вяленая слива ла эшләп ҡараным. Помидоры рис, перловка, макарон менән бигерәк тә тәмле, ит тә кәрәкмәй хатта, шулай уҡ пиццаға ла һалам, бутерброд эшләйем, ә