Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Таллыһыҙалар менән һөйөндөктәрҙең һөйөнөсө сикһеҙ

Баҡалы районының Таллыһыҙа ауылында яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды. Был хаҡта Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр иттеләр. Яңы медицина ойошмаһы “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проекты (национальный проект “Продолжительная и активная жизнь”) бурыстарын тормошҡа ашырыуға бәйле барлыҡҡа килде. Фельдшер-акушерлыҡ пункты заманса талаптарға һәм стандарттарға ярашлы ҡуйылған. Ул халыҡҡа сифатлы медицина ярҙамын күрһәтеү һәм хеҙмәткәрҙәрҙең эше уңайлы булһын өсөн барлыҡ кәрәк-яраҡтар менән тәьмин ителгән. Бында фельдшер, пациенттарҙы ҡарау, процедуралар эшләү, медикаменттар һаҡлау һәм башҡа бүлмәләр бар. Беренсел медицина-санитар ярҙамы Таллыһыҙа һәм Һөйөндөк ауылдарында йәшәгән 250 өлкән кешегә һәм 22 балаға күрһәтелә. Ауылдар халҡы һаулығы һағында – 38 йылдан ашыу ғүмерен медицинаға арнаған Фәриҙә Ғәбиҙуллина. Яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдың 1 ғинуарынан тормошҡа ашырыла. Сығанаҡ: БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы; фото

Баҡалы районының Таллыһыҙа ауылында яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды. Был хаҡта Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр иттеләр. Яңы медицина ойошмаһы “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проекты (национальный проект “Продолжительная и активная жизнь”) бурыстарын тормошҡа ашырыуға бәйле барлыҡҡа килде. Фельдшер-акушерлыҡ пункты заманса талаптарға һәм стандарттарға ярашлы ҡуйылған. Ул халыҡҡа сифатлы медицина ярҙамын күрһәтеү һәм хеҙмәткәрҙәрҙең эше уңайлы булһын өсөн барлыҡ кәрәк-яраҡтар менән тәьмин ителгән. Бында фельдшер, пациенттарҙы ҡарау, процедуралар эшләү, медикаменттар һаҡлау һәм башҡа бүлмәләр бар. Беренсел медицина-санитар ярҙамы Таллыһыҙа һәм Һөйөндөк ауылдарында йәшәгән 250 өлкән кешегә һәм 22 балаға күрһәтелә. Ауылдар халҡы һаулығы һағында – 38 йылдан ашыу ғүмерен медицинаға арнаған Фәриҙә Ғәбиҙуллина. Яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдың 1 ғинуарынан тормошҡа ашырыла. Сығанаҡ: БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы; фото: “Башҡортостан” ДТРК-һы.