Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы ведомство ҡарамағындағы ойошмалар һәм урындағы халыҡ менән бергә “Рәсәй һыуы” Бөтә Рәсәй акцияһында әүҙем ҡатнашты. Сара “Экологик именлек” милли проекты (национальный проект “Экологическое благополучие”) сиктәрендә үтте, тип хәбәр иттеләр республиканың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығынан. Ҡатнашыусылар көсө менән 50 тоҡ сүп сар йыйылған һәм Стәрлетамаҡ районының Ағиҙел йылғаһы буйындағы 4 километр биләмә — төбәк халҡының һәм ҡунаҡтарының популяр ял итеү урыны тәртипкә килтерелгән. Акция барышында хеҙмәткәрҙәр таҙалыҡ ҡына килтермәй, ә һөҙөмтәләрҙе “Йәшел ғәҙәттәрҙең экотрекеры” мобиль ҡушымтаһына индерә, был уларға тәбиғәткә ярҙам итеү генә түгел, ә экобалдар эшләү мөмкинлеген дә бирә. Бынан тыш, ведомство вәкилдәре йыл һайын меңәрләгән туристарҙы йәлеп иткән Йөрәктау һәм Ҡуштау тауҙарының тәбиғәт ҡомартҡылары биләмәләрендә өмә үткәрә. Башҡортостандың экология министрлығында билдәләүҙәренсә, бындай акциялар м
Башҡортостан экологтары Ағиҙел һәм шихан ярҙарын сүп-сарҙан таҙартты
22 августа 202522 авг 2025
~1 мин