1 сентябрҙән студент ҡатын-ҡыҙҙарға йөклөлөк буйынса пособие түләнә башлай Рәсәй вуздарында һәм колледждарында уҡып йөрөгән ҡатын-ҡыҙҙар йөклөлөк һәм бала табыу буйынса арттырылған пособие аласаҡ. Уның күләме стипендияға түгел, төбәктәге йәшәү минимумына ҡарап иҫәпләп сығарыла. Башҡортостанда 2025 йылда йәшәү минимумы 17 202 һум кимәлендә билдәләнгән, тимәк, республикала йәш әсәләр өсөн 140 көнлөк отпуск өсөн түләү – 80 мең һум. Тағы бер үҙгәреш бар. Элек аҡсаны уҡыған урын буйынса бирһәләр, хәҙер ул Рәсәй Социаль фонды ҡарамағына тапшырылған. Пособие алыу өсөн ғаризаны “Дәүләт хеҙмәттәре” порталы аша, Социаль фондтың клиент хеҙмәттәрендә йәки күп функциялы үҙәктә бирергә мөмкин.
1 сентябрҙән студент ҡатын-ҡыҙҙарға йөклөлөк буйынса пособие түләнә башлай
22 августа 202522 авг 2025
~1 мин