43 йәшлек Әминә исемле ҡатындың яҙмаһы, бәлки, кемгәлер һабаҡ булыр... “Мин өләсәйем тәрбиәһендә үҫтем. Әсәйем, мин бәләкәй саҡта атайымдан айырылып, Үзбәкстан яҡтарына эшкә киткән һәм шунда тормош ҡороп төпләнгән, тик бәхетен таба алмаған – бик йәшләй сит-ят ерҙә мәрхүмә булып ҡалды. Атайым ауылда ҡалып, башҡаса ғаилә ҡормайынса, эскелеккә бирелеп, унда һуғылып, бында һуғылып йөрөп, ҡышҡы селләлә туңып, гүр эйәһе булды. Был ваҡиғаларҙы иҫләп тә етмәйем һәм иҫләгем дә килмәй. Шулай итеп, ете йәшемдә тома етем ҡалып, өләсәйем тәрбиәһендә буй еткерҙем. Өләсәм бик диндар кеше булды, аҡыллы, сабыр ине. Миңә ел-ямғыр тейҙермәй, матур тәрбиә биреп, эшкә өйрәтеп үҫтерҙе. Бының өсөн мәңге рәхмәтлемен ҡәҙерлемә! “Уҡы, тырышып уҡы, балам! Һөнәр алып, кеше бул! Әсәйеңде уҡыта алмай, әрәм иттем”, - тип йыш ҡабатлар ине. Эшкә шәп булды өләсәйем. Кәзәләр тотто. Шуларҙың мамығын тарап, шәл бәйләп, Магнит баҙарында һатты. Ҡул эшенә, ҡорама ҡорауға оҫта булды. Шулай итеп, хыялымды тормошҡа ашырып, өләс