Найти в Дзене

“Урал аръяғы-2025” VII Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйына әҙерлек дауам итә

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров социаль селтәрҙәге шәхси сәхифәһендә тиҙҙән үтәсәк “Урал аръяғы-2025” VII Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы тураһында пост яҙған. “Беҙ “Урал аръяғы-2025” VII Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйына әҙерлекте тулыһынса дауам итәбеҙ. Иҫегеҙгә төшөрәм: ул Сибай ҡалаһында 4 сентябрҙән 6-на тиклем үтә. Был инде етенсе "Урал аръяғы". Йыл һайын ул төрлөсә. Составы, көн тәртибе, алымы үҙгәрә. Әммә миссия бер һәм мәңгелек – бизнесты, иҡтисадты үҫтереү, Рәсәй һәм дуҫ илдәрҙең бизнес-берләшмәһе менән партнерлыҡ булдырыу, төбәккә инвестициялар һалыу. Йола буйынса форумда БДБ илдәренән, Яҡын Көнсығыштан, Азиянан һәм алыҫ сит илдәрҙән делегациялар ҡатнаша. Бизнес- шәрифтәр форумы Урал аръяғы” инвестһабантуйында үҙен яҡшы күрһәтте. Ул халыҡ-ара статус алған һәм быйыл 4-се тапҡыр үткәреләсәк. Башҡортостанда бизнес-шәриф институтының яҡшы тәжрибәһе тупланған - беҙгә һөйләр, өйрәтер нәмәләр бар. Эшҡыуарҙарҙың 80 проценттан ашыуы үҙ муниципалитеттарында бизн

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров социаль селтәрҙәге шәхси сәхифәһендә тиҙҙән үтәсәк “Урал аръяғы-2025” VII Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы тураһында пост яҙған. “Беҙ “Урал аръяғы-2025” VII Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйына әҙерлекте тулыһынса дауам итәбеҙ. Иҫегеҙгә төшөрәм: ул Сибай ҡалаһында 4 сентябрҙән 6-на тиклем үтә. Был инде етенсе "Урал аръяғы". Йыл һайын ул төрлөсә. Составы, көн тәртибе, алымы үҙгәрә. Әммә миссия бер һәм мәңгелек – бизнесты, иҡтисадты үҫтереү, Рәсәй һәм дуҫ илдәрҙең бизнес-берләшмәһе менән партнерлыҡ булдырыу, төбәккә инвестициялар һалыу. Йола буйынса форумда БДБ илдәренән, Яҡын Көнсығыштан, Азиянан һәм алыҫ сит илдәрҙән делегациялар ҡатнаша. Бизнес- шәрифтәр форумы Урал аръяғы” инвестһабантуйында үҙен яҡшы күрһәтте. Ул халыҡ-ара статус алған һәм быйыл 4-се тапҡыр үткәреләсәк. Башҡортостанда бизнес-шәриф институтының яҡшы тәжрибәһе тупланған - беҙгә һөйләр, өйрәтер нәмәләр бар. Эшҡыуарҙарҙың 80 проценттан ашыуы үҙ муниципалитеттарында бизнес-шәрифтарҙың эшен һөҙөмтәле тип һанай. Биш йыл эсендә инвестиция уполномоченныйҙары эшҡыуарлыҡ сәғәттәре буйынса 24 меңдән ашыу проектты тикшергән, уларҙың яртыһы тормошҡа ашырылған. Был яҡшы күрһәткес. Беҙҙең өсөн бизнес-шәриф – эшҡыуар менән власть араһында яҡшы аралашсы. Уның менән инвестор үҙенең проектын тиҙерәк рәсмиләштерәсәк һәм муниципаль кимәлдә, һуңынан төбәк кимәлендә ярҙамға иҫәп тота ала. Һәм беҙ быны күрәбеҙ – һуңғы 6 йылда Башҡортостан инвестицияларҙың йыллыҡ күләмен өс тапҡырға арттырыуға өлгәште. Бында республиканың ҡала һәм райондарында эшҡыуарлыҡ уполномоченныйҙарының өлөшө тос , - тип яҙған Премьер-министр. Сығанаҡ: Андрей Назаровтың шәхси сәхифәһенән