❗Мутлашыусылар һөжүм итә: Башҡортостан халҡы йөҙәр мең һум аҡсаларын юғалта. ✉Енәйәтселәрҙең хәйләкәр схемалары арҡаһында бер нисә ҡатын-ҡыҙ ҙур сумманан мәхрүм ҡалған. 💰Өфөнән 26 йәшлек ҡыҙға яңы мессенджерҙа «почта хеҙмәткәрҙәре» заказлы хат алырға тәҡдим иткән. Тиҙҙән мутлашыусылар легенданы үҙгәртеп, уның дәүләт хеҙмәттәрендәге аккаунтын ватып инеүҙәре тураһында белдерәләр һәм, үҙҙәрен үҙәк Банк хеҙмәткәрҙәре итеп таныштырып, 300 мең һумын «хәүефһеҙ иҫәпкә»күсерергә күндергәндәр. 💸Стәрлетамаҡта йәшәүсе 34 йәшлек ҡатын шундай уҡ схемаға юлыҡҡан. Был юлы зыян суммаһы тағы ла күберәк - 450 мең һум. Октябрьскийҙан 63 йәшлек ҡатынды «пенсия түләүҙәре» вәғәҙә итеп алдағандар. Түләүҙәрҙе рәсмиләштереү һылтауы менән мутлашыусылар уны экранды күрһәтеүҙе һәм телефонға килгән смс-кодты әйтергә мәжбүр иткән. Һөҙөмтәлә уның иҫәбенән 760 мең һум аҡса юғалған. 💵Сибайҙа йәшәгән 68 йәшлек ҡатынға өс көн рәттән мутлашыусыларҙан шылтыратыуҙар килгән. Тәүҙә улар үҙҙәрен Башҡортостандың энергия һат
❗Мутлашыусылар һөжүм итә: Башҡортостан халҡы йөҙәр мең һум аҡсаларын юғалта
21 августа 202521 авг 2025
1 мин