Найти в Дзене

Улын үлтергән әсә ҡулға алынды

Был ҡурҡыныс хәл 13 августа Өфөлә була. Иҫерек әсә кеше ҡулына бысаҡ ала һәм улының ғүмерен ҡыя. Баш ҡаланың Калинин район суды тәфтишсенең үлтереүҙә ғәйепләнгән 68 йәшлек ҡатынға ҡарата һаҡ аҫтына алыу сараһын һайлау тураһындағы үтенесен ҡарай. БР судтарының берләшкән матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ҡатын 47 йәшлек улы менән фатирҙа була. Көтмәгәндә уның улына ҡарата шәхси дошманлыҡ мөнәсәбәттәре барлыҡҡа килә, һәм ул бысаҡҡа йәбешә. Әсә кеше улының йәшәү өсөн мөһим ағзалар урынлашҡан еренә: күкрәгенә һәм арҡаһына кәм тигәндә дүрт тапҡыр сәнсә. Яралары үлемесле була. Суд ҡарары менән тәфтишсенең үтенесен ҡәнәғәтләндерәләр: ғәйепләнеүсегә ике айға һаҡ аҫтына алыу сараһы һайлана. Артабан уға суд ҡарата ҡарары ҡабул ителәсәк. Фото: "Башинформ".