Найти в Дзене

Гүзәл Уразова: "Өйҙән сыға башлаһаҡ, йөрәк өҙөлә..."

Популяр йырсылар Гүзәл Уразова менән Илдар Хәкимовтың бәләкәй ҡыҙҙары Ариана һәр ваҡыт ата–әсәһе менән бергә булырға теләй икән. Ҡыҙсыҡтың яҡындарынан бер генә минутҡа ла айырылғыһы килмәй, нисек кенә тырышһалар ҙа, ата-әсәһе менән барырға теләүен белдерә. “Минең һеҙҙең менән барғым килә. Аҙ ғына мөмкинме? Мин һеҙгә ҡамасауламайым”, - ти Ариана. “Беләбеҙ, ҡыҙым, беҙгә ҡамасау итмәгәнеңде. Тик һин бында ҡал, ял ит, йәме” – ти уға әсәһе. “Ю-ю-ҡ, минең һеҙҙең менән бараһым килә”, - ти ҡыҙҙары. “Ҡыҙым, бөгөн концерт бит. Концертта нишләйһең инде һин?”- тип ҡушыла атаһы ла. “Юҡ, минең һеҙҙең менән бараһым килә”, - ти һаман да Ариана. Иламаһа ла, сабыйҙың күҙҙәре моңһоу. Бына шундай видео һалған популяр йырсылар. “Өйҙән сыға башлаһаҡ, йөрәк өҙөлә... Ариана гел, һеҙҙең менән барам, ти”, – тип яҙған Гүзәл Уразова. Ни эшләйһең, Ариана хәҙер үҙенең төпсөк икәнен белгән инде... Сығанаҡ: “Интертат”.