Халҡыбыҙ йырҙарының сихри көсө шундай ҙур! Уларҙы башҡарғандарға опера ариялары еңелерәк бирелә, тиҙәр. Йырҙарыбыҙҙы төрлө милләт вәкилдәре башҡорт телендә тыңлай ҙа, төп мәғәнәһенә төшөнә, тарихы менән таныш булмаһалар ҙа, “Йыр шул хаҡта булдымы?” тип уйлана, һораша башлай. Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры артисы Гөлнара ВӘЛИЕВА менән әңгәмәбеҙҙә һүҙ – ошо сихри, үҙенә ылыҡтырғыс йыр сәнғәте донъяһы һәм башҡалар хаҡында. – Гөлнара, күптән түгел йырыңдың премьераһы булды... – Башҡорт халыҡ йыры "Буранбай”ҙы яҙҙырыу тураһында күптән хыяллана инем. Уны ир-егеттәр йырлауын һәм ҡатын-ҡыҙҙар араһынан Рәсәй Федерацияһының, Башҡортостандың халыҡ артисы Флүрә Килдейәрованың ғына башҡарыуын беләбеҙ. Быға тиклем баҙнат итмәй инем: Учалы сәнғәт колледжында уҡығанда көйләп кенә йөрөй торғайным, З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһында белем алғанда симфоник оркестр менән театр сәхнәһендә йырлау бәхете эләкте. Ә быйыл бына, ниһайәт, ҡул тейҙе. Күптән түгел ҡурайҙа Илнур Хәйруллин уйнап, Искәндәр Ғафаров аранжировкаһын мин теләгәнсә матур итеп эшләп, тормошҡа ашырып ҡуйҙыҡ. – Һинең өсөн сәхнә нимә ул? – Сәхнә – ул моң. Шул сихри моң кешене арбай һәм үҙ артынан саҡыра. Һәр кемгә лә ундай һәләт бирелмәй. Бер генә йырсы ла, мин матур йырлайым, тип маҡтанып йөрөмәйҙер, сөнки ул – Хоҙай тарафынан һиңә бирелгән ҙур байлыҡ һәм уны нисек ҡулланыуың үҙеңдән тора. Сәхнә – ул һәр артистың үҫеш урыны ла, уҡытыусыһы ла. Һин унда сығып баҫҡас, әллә күпме хис-тойғо алырға әҙер булырға тейешһең. Һәр сығыш беренсе тапҡыр кеүек, әммә был зарланыу түгел. Тамашасы өсөн йырлап-бейеп торған артист булһаң, беҙҙең өсөн ул – үҙеңдең һөнәри кимәленде матур итеп күрһәтеү урыны. Шулай уҡ сәхнә минең өсөн күңел донъямды асыу майҙаны ла. Тормошта үҙем ярайһы ғына тыйнаҡ кешемен тип әйтәйем, ә сәхнә миңә төрлө ролдәрҙә, партияларҙа үҙеңде һынап ҡарарға ярҙам итә, ҡайһы саҡта үҙеңдән көтөлмәгән холоҡ сифаттарын да асып ҡуяһың (көлә. – А.Н.). – Ә уңыш сере нимәлә? – Бер кемгә лә уңыш үҙенән-үҙе килмәй. Уның сере – тәртиптә, тырышлыҡта һәм үҙеңә талапсан булыуҙа, тип ышаныс менән әйтә алам. Шулай уҡ уңышҡа нигеҙ өйҙә лә, әсәй менән атайға ярҙам итеп, эшкә өйрәнеп үҫеүҙә лә һалына. Атайым бәләкәй саҡтан: “Минең ҡыҙым – иң матуры! Ундай ҡыҙҙар бер ҡайҙа ла юҡ”, – тип үҙ-үҙемә ышанысты нығытҡан. Әсәйем: “Алдыңа маҡсат ҡуйып өйрән. Уны, бәләкәй генә булһа ла, тормошҡа ашыр”, – тип әйтер ине. Бала сағымда бер ҡыҙыҡ хәл булғайны. Ул әле лә иҫемдә. Яҙ көнө, III класта уҡығанда, мәктәптә йәйге миҙгелде асыуға йүгереү буйынса ярыш башланды. Мин ни өсөндөр әҙер түгел инем, өҫтөмдә – мәктәп формаһы. Шулай ҙа йүгерҙем, әммә бер аҙ барғас, эләгеп ҡоланым, тағы тороп киткәйнем, йәнә йығылдым, өҫтөм бысранды. Үҙемә шул тиклем асыуым килде, бөтәһенең дә йүгереп үткәнен көтөп ултырҙым да финишҡа атлап барҙым. Шул ваҡытта сәмләнеп, үҙемә: “Киләһе йыл ошо ярышта беренсе булып киләһең, миңә бишенсе, унынсы булып килергә ярамай”, – тип ныҡлы һүҙ бирҙем. IV класҡа күстем, икенсе сменала уҡыйбыҙ. Дәрестәр бөткәс, шул ярыш башланды. Иң ҡыҙығы: миңә яңы уҡыу йылына ҡыҙыл төҫтән, аҡ баулы кеда һатып алғайнылар. Ул миңә ныҡ оҡшай ине, шуны кейеп, ярышта беренсе булып йүгереп килергә теләнем, әммә ул өйҙә онотолоп ҡалған. Өлкән кластарҙа уҡығандар ярышҡан арала, ауыл осондағы өйгә йүгереп ҡайтып, кеданы алдым да, мәктәпкә кире килеп, йәһәт кенә кейеп, шул уҡ тиҙлектә йүгерергә сығып киттем. Ике малай менән мин беренсе килдек, бүләккә ҡыҙыл тәрилкә бирҙеләр. Күптәр, бәлки, иҫләмәйҙер ҙә, әммә өйҙәгеләр онотмай, сөнки ул ваҡиғаның ҡыҙыҡ дауамы ла бар (көлә. – А.Н.). Минең өсөн ул ваҡытта был ҙур еңеү ине. Шулай уҡ уңыш сере – уҡытыусыларыңдан уңыуҙа, уларҙың талантыңды күреп, арымай-талмай ихлас, барлыҡ күңелен һалып эшләүендә. – Гөлнара, ниндәй холоҡ сифаттарың үҙеңә оҡшай, ә ҡайһылары кәрәкмәҫ ине? – Хис-тойғо алдан йөрөмәй, һәр саҡ айыҡ аҡыл алдан бара, шул һыҙат оҡшай. Һүҙгә килешә, әрләшә белмәйем, һәр саҡ ҡаршымда торған кешенең күңелен уйлайым. Башҡаларҙа ла ирешеү кеүек холоҡ сифатын яратмайым, аҡты ҡара тип, үҙҙәренекен генә иҫбатлаусылар, үҙҙәре лә һиҙмәҫтән, үҙҙәренән биҙҙереүгә сәбәп була. Ғөмүмән, ундай мәлдәрҙә минең бер ысулым бар: халыҡ мәҡәленә таянып, “Иҫәр “еңдем” тиер, аҡыллы “ҡуйҙым" тиер”, тип, үҙемсә эшләү. Үҙемә оҡшамаған яҡтарым да бар. Мәҫәлән, ҡайһы саҡ артыҡ әҙәп һаҡлау. Аңлайым – был тәрбиә, әммә ҡайһы саҡ ул тормошта ҡамасаулай. – Һине театр нимәгә өйрәтте? – Театр – ул үҙе бер ҙур донъя. Тәүге йылдарҙа мин уны аңлай алмай аптырандым. Ул булмышыма тап килмәгән кеүек ине, хәҙер уға рәхмәт кенә әйтәм, сөнки холҡомдо нығытырға һәм үҫергә булышлыҡ итте. Бер көн сығыштан һуң был эште ташлайым тип ҡайтаһың, иртәгәһенә ул һиңә шундай илһам бирә, тағы ҡанатланып эшкә тотонаһың. - Гөлнара, йәйге ялды нисек үткәрәһең? - Ҡала ритмында йөрөп арып кителә, өҫтәүенә, йыл буйы төрлө ерҙәргә барып сығыш яһайбыҙ, донъя күрәбеҙ. Шуғалырмы, һәр ялымда ауылға тип атлығып торам. Йәй мәлен бигерәк яратам, мине ауылды яратҡан кеше генә аңлар. Иртәнге ваҡыт, ҡояш ҡалҡа, томан, ауыл уяна, мал-тыуар мәж килә, әсәйҙең тәмле сәйе, ҡоймағы өҫтәлде йәмләй. Ҡарлуғастарҙың сыр-сыу килеүе, киске тынлыҡ, тотош ауыл ял иткән мәлдә ҡапҡа алдына сығып, әсәй менән оҙаҡ итеп һөйләшеп ултырыу, бесән мәле – үҙе бер күңелле осор. Унда йөрөгәндә башыңдағы барлыҡ кәрәкмәгән уйҙарың "ҡағылып-һуғылып" юҡҡа сыға, кәрәклеһе генә тороп ҡала (көлә. – А.Н.). Ғөмүмән , ауылға ҡайтһам ғына тулыһынса ял итеп киләм. – Музыкаға һөйөүҙе нисек уятырға мөмкин? – Алда әйтеп үтеүемсә, күп башланғысҡа нигеҙ өйҙә, атай-әсәй ярҙамында һалыналыр, тип уйлайым. Балалар, киләсәктә музыка юлын һайлау-һайламауына ҡарамаҫтан, музыка мәктәптәренә йөрөһөн, өйрәнһен ине. Музыка белеме булған кешенең тормошҡа ҡарашы ла матур, үҙе лә йылғырырак була, сөнки ул мейенән бер юлы әллә күпме реакция талап итә. Һөҙөмтәлә киләсәктә был белем балаларҙың үҙҙәренә кәрәк буласаҡ. - Яңы театр миҙгеленә ниндәй пландарың бар? – Уйҙар, пландар күп, барыһын да асып һалмайым. Алла бирһә, ниәтләнгәндәре килеп сығыр, тип ышанам. Иң мөһиме – донъялар имен булһын, һәр кем матур моң кеүек тормошто йәмләп, тултырып, ҡотло итеп йәшәргә тырышһын. - Әңгәмә өсөн ҙур рәхмәт, Гөлнара! Уңыштар теләйбеҙ. Фотолар: Гөлнара Вәлиеваның шәхси архивынан. Гөлнара ВӘЛИЕВА – халыҡ-ара, Рәсәй, төбәк-ара, республика конкурстары лауреаты. 2016 йылдан Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының опера труппаһы солисы булған ҡыҙ 2013 йылда Новосибирск ҡалаһында үткән Л.В. Мясникова исемендәге I Бөтә Рәсәй вокалсылар конкурсында Гран-при яулай, 2014 йылда Мәскәүҙә Рәсәй Президентының “Талантлы йәштәргә дәүләт ярҙамы тураһында”ғы Указына ярашлы үткәрелгән сараның лауреаты була, башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусыларҙың Сибайҙа үткән XII төбәк-ара “Ирәндек моңдары” конкурсында Гран-приға лайыҡ була, Нальчик ҡалаһында вокалсыларҙың Н. Гасташева исемендәге V Төньяҡ Кавказ асыҡ конкурсында I дәрәжә лауреат тип таныла. 2015 йылда Мексикала V Бөтә донъя фольклориада фестивалендә сығыш яһай. Ошо уҡ йылда Ҡырғыҙстан Республикаһының баш ҡалаһы Бишкәктә – Ҡырғыҙстанда Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәте һәм фәне көндәрендә, Өфөлә IV Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында сығыш яһай. Ошо уҡ йылда Южноуральскиҙа “Южноуральск-Зальцбург” тип исемләнгән VII халыҡ-ара музыканттар фестивалендә I дәрәжә лауреат исемен яулай. 2015 йылда Бөрйән һандуғасы Өфөлә ШОС һәм БРИКС саммиттарында мәртәбәле ҡунаҡтар алдында сығыш яһай. Бынан тыш, Гөлнара Карелия Республикаһының Петрозаводск ҡалаһында Рәсәйҙең музыкаль вуздарын тамамлаған вокалсыларҙың XXXXIII смотр-конкурсында лауреат исеменә лайыҡ була. 2016 йылда Өфөлә Заһир Исмәғилев исемендәге III халыҡ-ара музыкант-башҡарыусыларҙың конкурсы лауреаты була. 2017 йылда – “Башҡорт йыры” телевизион конкурсында Гран-при яулай, Нариман Сабитов исемендәге IX музыкант-башҡарыусыларҙың халыҡ-ара конкурсында III дәрәжә лауреат исемен яулай, Һарытауҙа вокалсыларҙың XXXI халыҡ-ара Собинов фестивалендә II дәрәжә премияға лайыҡ була. 2018 йылда Өфөлә ойошторолған Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге республика вокалсылар конкурсының төп призы – Гран-при ҙа уға бирелә. 2019 йылда Ҡаҙағстандың Алматы ҡалаһында Б. Түлегәнова исемендәге X халыҡ-ара вокалсылар конкурсының дипломанты булыуға өлгәшә. Яратҡан шөғөлдәре: сәйәхәт итә, йәйге ваҡытты тыуған яғында, Бөрйән районының Ҡолғана ауылында, ата-әсәһе Зиләрә менән Рәшит Вәлиевтәр янында, тәбиғәттә, еләк-емеш йыйып, бесән эшләп үткәрә. Ҡул эштәре менән мауыға, һыбай йөрөүгә әүәҫ.
“Ҡояш ҡалҡа, ауыл уяна, әсәйҙең тәмле сәйе, ҡоймағы өҫтәлде йәмләй...”
21 августа 202521 авг 2025
7 мин
Халҡыбыҙ йырҙарының сихри көсө шундай ҙур! Уларҙы башҡарғандарға опера ариялары еңелерәк бирелә, тиҙәр. Йырҙарыбыҙҙы төрлө милләт вәкилдәре башҡорт телендә тыңлай ҙа, төп мәғәнәһенә төшөнә, тарихы менән таныш булмаһалар ҙа, “Йыр шул хаҡта булдымы?” тип уйлана, һораша башлай. Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры артисы Гөлнара ВӘЛИЕВА менән әңгәмәбеҙҙә һүҙ – ошо сихри, үҙенә ылыҡтырғыс йыр сәнғәте донъяһы һәм башҡалар хаҡында. – Гөлнара, күптән түгел йырыңдың премьераһы булды... – Башҡорт халыҡ йыры "Буранбай”ҙы яҙҙырыу тураһында күптән хыяллана инем. Уны ир-егеттәр йырлауын һәм ҡатын-ҡыҙҙар араһынан Рәсәй Федерацияһының, Башҡортостандың халыҡ артисы Флүрә Килдейәрованың ғына башҡарыуын беләбеҙ. Быға тиклем баҙнат итмәй инем: Учалы сәнғәт колледжында уҡығанда көйләп кенә йөрөй торғайным, З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһында белем алғанда симфоник оркестр менән театр сәхнәһендә йырлау бәхете эләкте. Ә быйыл бына, ниһайәт, ҡул тейҙе. Күптән түгел ҡурайҙа Илнур Хәйрул