Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Биш саҡрым бәхет

Башҡортостанда Яугилде - Шүкә күле юлының биш саҡрымы төҙөкләндерелде. Был эш "Тормош өсөн инфраструктура" милли проекты (национальный проект «Инфраструктура для жизни») сиктәрендә башҡарылған. Асҡын һәм Ҡариҙел райондары сиктәренән Упҡанкүл ауылына тиклем асфальт һалынған, яҡын арала юл ситтәре нығытылып, юл билдәләре һыҙыласаҡ. — Яугилде - Шүкә күле юлы Башҡортостан һәм Пермь крайын тоташтыра. Бынан тыш, был юлдан күп кенә бәләкәй ауылдарҙа йәшәүселәр район үҙәгенә йөрөй. Шуның өсөн был юлды норматив хәлгә килтереп, хәүефһеҙ юл хәрәкәте тәьмин итеү бик әһәмиәтле, - ти транспорт һәм юл хужалығы министры Любовь Минакова. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, милли проекттар РФ Президенты Владимир Путиндың ҡарары менән тормошҡа ашырыла. Фото: Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы сайтынан.