«Дәүләт хеҙмәттәре» төбәк порталы «Белем биреү учреждениеларында уҡыған махсус хәрби операцияларҙа (МХО) ҡатнашыусыларҙың балалары өсөн уҡыу йылы дауамында бушлай йөрөү мөмкинлеген биреү» хеҙмәтен эшләй башланы. Социаль әһәмиәтле хеҙмәттәрҙе электрон формаға күсереү, шулай уҡ яңы хеҙмәттәр булдырыу «Мәғлүмәттәр иҡтисады» (национальный проект «Экономика данных») милли проектының төп бурыстарының береһе булып тора. Был турала республиканың Дәүләт идараһын һанлы үҫтереү министрлығы хәбәр итә. "Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балалары өсөн ташламалы юл хаҡы алыу буйынса махсус хеҙмәттең эшләй башлауы - бындай ғаиләләргә ярҙам итеү буйынса мөһим дәүләт сараһы. Ташлама социаль транспорт картаһы ярҙамында айына 60 бушлай юл йөрөүҙе тәьмин итә", - тине Башҡортостан дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министры Геннадий Разумикин. Хеҙмәттән файҙаланыу өсөн “Мир” картаһы, “Алға” транспорт картаһы йәки мәктәп уҡыусыһы картаһы булырға тейеш. МХО-ла ҡатнашыусыларҙың балалары өсөн дөйөм белем биреү ойошмаларында 1 сентябрҙән 31 майға тиклем һәм урта махсус уҡыу йорттарында һәм юғары уҡыу йорттарында 1 сентябрҙән 30 июнгә тиклем бушлай йөрөү ҡаралған. Льгота транспорт ойошмаһының күсмә составында (таксиҙан тыш) даими транспорттың ҡала һәм ҡала яны маршруттарында йәмәғәт транспортында йөрөү өсөн ҡаралған. Яңыртылған милли проекттар Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.
Яугир балаларына "Дәүләт хеҙмәттәре" порталы аша бушлай йөрөүгә ташлама бирелә
28 августа28 авг
1 мин