“Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проектына ярашлы, Туймазы үҙәк район дауаханаһына бер юлы дүрт "Лада Гранта" автомобиле тапшырылды. Был машиналарҙа бер юлы дүрт пассажирҙы илтеп була, шул иҫәптән сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән пациенттарҙы ла. Улар өсөн алғы пассажирҙар урыны әйләнеүсән-тартмалы механизм һәм тотҡа менән йыһазландырылған. “Милли проектты тормошҡа ашырыу заманса медицина ҡорамалдары, транспорт саралары алырға мөмкинлек бирә, был үҙ йәһәтендә беҙҙең эштең һөҙөмтәлелеген арттыра. Яңы автомобилдәр пациенттарҙы хәүефһеҙ рәүештә йөрөтөргә, медицина ярҙамын күрһәтеү буйынса мөмкинлектәрҙе киңәйтергә булышасаҡ”, –тип билдәләне дауахананың баш табибы Илдар Гәрәев. "Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проекты (нацпроект “Продолжительная и активная жизнь”) “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын һәм элекке ҙур ҡоласлы “Демография” проектының ҡайһы бер йүнәлештәрен артабан үҫтерәсәк. Тәү сиратта ярҙам сараларын ғүмер оҙайлығы илдәге уртаса күрһәткестән артта ҡалған төбәктәр һәм ауылдар аласа