"Экстрасенстар алышы"нда ҡатнашыусылар йәнә Башҡортостанға килгән. Был хаҡта "Абзелил" гәзите хәбәр итә. Был юлы Әбйәлил районының Селивановка ауылына йыйылған улар. Баҡтиһәң, урындағы халыҡ программаға ауылдың ни өсөн юҡҡа сығыуын һәм унда ҡарғыш юҡмы икәнен асыҡлау өсөн мөрәжәғәт иткән. Сөнки йөҙгә яҡын кеше йәшәгән ауылда былтыр ғына төрлө йәштәге 16 кеше мәрхүм булған. Был хәлгә асыҡлыҡты «Экстрасенстар алышы»ның 18‑се миҙгелендә ҡатнашҡан Виктория Райдос менән 23‑сө миҙгелдә еңеүсе булған Ангелина Изосимова индерергә йыйына. Шулай уҡ Селивановкаға 22-се миҙгелдә ҡатнашҡан таролог Максим Левин да килгән. Тапшырыуҙа ауылдың һигеҙ кешеһе ҡатнашҡан, экстрасеанстарҙың барыһы ла ҡап-ҡара кейем кейгән. Селивановкала йәшәүселәр тураһында тапшырыу ТНТ каналында күрһәтеләсәк. Тапшырыу төшөрөлөр ҙә ул, иң мөһиме - ауыл халҡына тыныслыҡ килһен, ауыл "ҡара мөһөр"ҙән арынһын ине. Фото: "Абзелил" гәзитенән.