Йорт ихаталарын, баҡса һәм парктарҙы йәмләгән бәрхәт сәскәнең шәп кенә дауа булыуын күптәр белмәйҙер ҙә. Халыҡ медицинаһында ул борондан билдәле булған. Бәүел ҡыуыу, тирләтеү, эсәк селәүсендәренән арындырыу һәләтенә эйә. Эс китеү, артыҡ газ йыйылыу осраҡтарында ла килешә. Шулай уҡ бәрхәт сәскә организмдың киҙеү кеүек йоғошло сирҙәргә, һәр төрлө микробтарға, вирус һәм бактерияларға ҡаршы тороусанлығын арттыра, йәғни иммунитетты нығыта. Әммә уны бик һаҡ ҡулланырға, башта һеҙгә килешәме-юҡмы икәнен билдәләргә кәрәк, сөнки сәскә, айырыуса уның япраҡтары эфир майҙарына бай. Иң тәүҙә бер сынаяҡҡа бер бөртөк сәскәне һалып, өҫтөнә ҡайнаған һыу ҡойоғоҙ ҙа 15 минут төнәтегеҙ. Беренсе эскәндә үк был сәскәнең һеҙгә барамы-юҡмы икәнен аңларһығыҙ. Әгәр килешһә, аллергия билдәләре һиҙелмәһә, әле үк ҡышҡылыҡҡа киптереп ҡуя алаһығыҙ. Тымаулап танау тонғанда, гайморит ыҙалатҡанда 0,5 литрлы сәйнүккә биш бөртөк сәскә һалырға һәм һемәгенә еткермәйенсә ҡайнаған һыу ҡойорға. Таҫтамал менән урап, биш минут у