Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Кешегә бала табып биргән әсә: "Тыуҙырған түгел, үҫтергән мөһим"

(ДАУАМЫ, башы 20 августа сыҡты) Эш шунда: Райхана – суррогат әсә. Дөрөҫөрәге, был хаҡта ул миңә күптән түгел өндәште. Мин уны һөнәри даирәлә ярайһы уңышлы эшләгән белгес, ир ҡатыны, үҫмер малайҙың һәм бәләкәс кенә ҡыҙсыҡтың әсәһе тип беләм. Һау-сәләмәт, һөйкөмлө, матур ҡатын. Дуҫтары-таныштары күп, тулы ҡанлы тормош менән йәшәй. – Бына ҡара, – тип Райхана телефонында фоторәсем күрһәтә. – Ошо була инде мин тапҡан ҡыҙыҡай. Ата-әсәһен ҡыуандырып, үҫеп килә. Өрмәгән ергә ултыртмайҙар, һәр аҙымына шатланалар. Шул тиклем көт тә – башҡаса булыуы мөмкин түгел... Райхананың һығымтаһын тыңлаған ыңғайы, иғтибар менән галереяны күҙәтәм. Унан миңә етен сәсле, күҙҙәре янып торған бәхетле сабый йылмая. Бына ул сәскәләр араһында, бында – уйынсыҡтары уртаһында, өсөнсө фотола – шундай уҡ етен сәсле, бәхетле әсәһе менән... Райхана иһә миңә түбәндәгеләрҙе һөйләне. Артабан уның исемдән яҙам. “Беренсе ирем менән айырылышҡас, ауыр осор кисерергә тура килде. Беренсенән, хыянаты, икенсенән, миңә һәм улына

(ДАУАМЫ, башы 20 августа сыҡты) Эш шунда: Райхана – суррогат әсә. Дөрөҫөрәге, был хаҡта ул миңә күптән түгел өндәште. Мин уны һөнәри даирәлә ярайһы уңышлы эшләгән белгес, ир ҡатыны, үҫмер малайҙың һәм бәләкәс кенә ҡыҙсыҡтың әсәһе тип беләм. Һау-сәләмәт, һөйкөмлө, матур ҡатын. Дуҫтары-таныштары күп, тулы ҡанлы тормош менән йәшәй. – Бына ҡара, – тип Райхана телефонында фоторәсем күрһәтә. – Ошо була инде мин тапҡан ҡыҙыҡай. Ата-әсәһен ҡыуандырып, үҫеп килә. Өрмәгән ергә ултыртмайҙар, һәр аҙымына шатланалар. Шул тиклем көт тә – башҡаса булыуы мөмкин түгел... Райхананың һығымтаһын тыңлаған ыңғайы, иғтибар менән галереяны күҙәтәм. Унан миңә етен сәсле, күҙҙәре янып торған бәхетле сабый йылмая. Бына ул сәскәләр араһында, бында – уйынсыҡтары уртаһында, өсөнсө фотола – шундай уҡ етен сәсле, бәхетле әсәһе менән... Райхана иһә миңә түбәндәгеләрҙе һөйләне. Артабан уның исемдән яҙам. “Беренсе ирем менән айырылышҡас, ауыр осор кисерергә тура килде. Беренсенән, хыянаты, икенсенән, миңә һәм улына ҡарата бөтөнләй битарафлығы үҙәккә үтте. Шулай, көтмәгәндә, бер ҡосаҡ проблемалар менән яңғыҙым торҙом да ҡалдым. Йәшәгән урынымды алмаштырҙым. Ошо хәлдәрҙән алдараҡ үҙ эшемде башлап ебәргәйнем. Бер кирегә киткәс, китә бит – унда ла проблемалар килеп сыҡты. Баламды ҡарарға ярҙам итеүсе юҡ, аҡса етмәй, ҡыҫҡаһы, ауыр осор булды ул. Бер мәсьәләне хәл итһәм, икенсеһе килеп сыға... Быларын саҡ хәл итеп бөттөм тигәндә, мәғәнәһеҙ тормош алып барған иремдең бик күп бурыстары барлығы асыҡланды. Дөрөҫөн әйткәндә, үҙемдең дә финанс хәлем бик мөшкөл ине... Бер мәл шулай таныш ҡатын менән һөйләшеп киттек. Теге-был хәбәрҙәрҙе барлай торғас, ул һеңлеһе өсөн бик көйөүен, уның ире менән оҙаҡ йылдар бергә йәшәүен, балалары булмауын, ниһайәт, ауырға ҡалғас, яралғының әсә ҡарынында уҡ һәләк булыуын һәм уны ҡотҡарыр өсөн аналығын алып ташлауҙарын һөйләне. “Хәҙер бик теләһә лә бала таба алмай шул, әлеге ваҡытта суррогат әсә эҙләй. Әйткән сумманы түләргә риза, иң мөһиме, бала һөйгөһө килә”, – тип әсенде танышым. Был хәбәр күңелемә уйылды. Интернеттан суррогат әсәлек темаһын өйрәнә башланым. Социаль селтәрҙә ошо темаға ҡағылышлы махсус төркөмдәргә ҡушылдым. Суррогат әсә булған һәм уларҙы эҙләгән ҡатын-ҡыҙҙар менән танышып, хатлаша башланыҡ. Дөрөҫөн генә әйткәндә, түлһеҙлек проблемаһы ни тикем киҫкен икәнлеген ошо мәсьәлә менән ҡыҙыҡһына башлағас ҡына төшөндөм. Тормошта ярайһы уңышҡа өлгәшкән, карьера баҫҡысынан үрләгән, ғаиләһе, йорто булған байтаҡ уңышлы ҡатын-ҡыҙҙар, ғәмәлдә, бәхетһеҙ булып сыҡты, сөнки ошо сағыу тормоштарын йәмләрлек сабыйҙары юҡ. Ә суррогат әсә хеҙмәте, күпселек осраҡта, матди яҡтан етештәр өсөн генә, сөнки был процесс күп яҡлы оҙайлы, ҡиммәтле. Ҡыҫҡаһы, мәсьәләне һәр яҡлап тикшергәс һәм уйлағас, таныш гинекологҡа мөрәжәғәт иттем, кәңәшләштем. “Суррогат әсәлек – физик, әхлаҡи, юридик яҡтан да бик ҡатмарлы процесс. Һаулығың һәр яҡтан шәп булырға, хис-тойғоларыңды теҙгендә тота белергә тейешһең. Бер башланһа, артҡа аҙым яһап булмаясаҡ”, – тине ул. Ризалаштым. Организмдың торошон оҙайлы тикшереүҙәр менән бер рәттән, документтар юллау, төрлө белешмәләр туплау процестары башланды. Бер ыңғай минең ярҙамыма өмөт иткән ғаилә менән таныштым... Ошо урында һайлау мөмкинлеге барлығын әйтеп үтәһем килә. Йәғни, потенциаль суррогат әсә һәм бала табырға теләгән ҡатын ниндәйҙер мәсьәләлә килешә алмаһа, үҙ-ара уртаҡ тел табырҙай тойолмаһа, бер-береһенән баш тарта ала. Миңә мөрәжәғәт иткән кешеләргә килгәндә, Рәсәй ҡалаларының береһендә йәшәгән, яратып өйләнешкән, әммә оҙаҡ йылдар бала таба алмаған, ошо арауыҡ эсендә быны тормошҡа ашырыу өсөн мөмкин булғанды һәм булмағанды эшләгән һәм, башҡа юл ҡалмағас, буласаҡ суррогат әсәгә, йәғни миңә өмөт бағлап килгән пар булып сыҡты улар. Ипле, итәғәтле ир менән бер аҙ дыуамал холоҡло ҡатын. Борсолоуҙары йөҙҙәренә сыҡҡан. Уларҙы аңларға була: беренсенән, алда күпме процедуралар үтәһе, өмөтләнәһе, көтәһе һәм финанс сығымдары түгәһе бар, ә ыңғай һөҙөмтәгә бер кем дә гарантия бирмәй... Ниәтләнек. Һаулығымды һәр яҡлап тикшереп, дауалар ерҙә дауалап, витаминдар менән нығытып алғас, тейешле ваҡытта ЭКО процедураһын үттем – килешеү төҙөгән парҙың пробиркала үҫтерелгән яралғыһы минең аналыҡҡа ултыртылды. Организмым ҡабул итерме, йөклөлөк осоро етерме – минең һәм бәпес көткән пар өсөн өмөт тулы көндәр тыуҙы. Бер ни тиклем ваҡыттан һуң тикшереү үттем. Һөҙөмтә ыңғай булды, бала менән барыһы ла яҡшы тинеләр. Улар йөкөлөлөк осоронда миңә ҡарата бик иғтибарлы булды. Ай һайын йәшәү, дөрөҫ туҡланыу, витаминдар, дарыуҙар өсөн аҡса ебәреп торҙолар, һәр саҡ хәл белделәр, икенсе ҡалала йәшәүгә ҡарамаҫтан, әсә буласаҡ Марина йыш ҡына эргәмә килеп йөрөнө, бүләктәрен йәлләмәне, ихлас аралашты, ҡыҫҡаһы, күңелемде күрҙе. Тик... Бөтәһе лә шыма барһа икән. Әйтергә кәрәк, был ваҡиғалар тотош донъяны ҡурҡыуға һалған ковид эпидемияһы ваҡытында булды. Нисек кенә һаҡланырға тырышһам да, был бәлә мине лә урап үтмәне. Ҡаты ауырып, ауырлы ҡатындар өсөн ойошторолған ковид үҙәгенә эләктем. Табиптарға рәхмәт, нисек кенә ҡыйын булмаһын, шөкөр, минең дә, сабыйҙың да ғүмерен һаҡлап ҡалдылар. Әммә аяуһыҙ сирҙең эҙемтәләре тағы ла ҡатмарыраҡ булып сыҡты. Баш ауыртыуынан, юғары ҡан баҫымынан яфалана башланым. Был йөклөлөктә лә сағылмай ҡалмай бит инде. ...Тышта ҡыш башланып торған ап-аҡ мәл ине. Хәлем мөшкөлләнә башлағас, 37 аҙналыҡ йөклөлөк менән мине сираттағы тапҡыр дауаханаға һалдылар. Хәл менән яҡшы таныш булған табип етди һөйләшеүгә саҡырҙы. – Артабан көтөргә мөмкин түгел – операция яһарға кәрәк. Юғары ҡан баҫымы арҡаһында ғүмереңә ҡурҡыныс янай. Тағы ла саҡ ҡына һуҙһаҡ, йә һине, йә баланы һайлау хәленә ҡаласаҡбыҙ. Баланы көтөүсе ата менән әсә, өсөн, өҫтөнлөк, әлбиттә, бала, шуға күрә үҙеңде лә уйла, – тине. Был көндәрҙә ниҙәр кисергәнемде үҙем генә беләм. Аллаға шөкөр, операция уңышлы уҙҙы. Бер аҙ алданыраҡ булһа ла, һау-сәләмәт ҡыҙ донъяға килде. Уны шул көндә үк, миңә күрһәтеп тә тормай, өҙөлөп көткән ата-әсә ҡулына тапшырҙылар, ә мин ауыр операция яраларынан ялсый алмай дауаханала ятып ҡалдым. Тап ошо ауыр көндәрҙә бығаса минең менән тик яҡшы мөғәмәләлә булған Маринаны алмаштырып ҡуйғандай булды. Операциянан һуң оҙаҡ нығындым, юғары ҡан баҫымы яфаланы. Тик минең менән бығаса яҡшы аралашҡан пар хәлемде лә белмәне... Хәҙер, йылдар үткәс, был осорҙо уның әсәлек хистәрен ҡабул итеүгә бәйле ауыр ваҡыт булғандыр, шиктәр һәм борсолоуҙар хәүефләндергәндер, тип уйлайым. Хәүефтәре сабый яҙмышына бәйлелер, моғайын. Бәлки, сабыйға дәғүә итер, күберәк аҡса һорар тип, ҡурҡҡандарҙыр. Әммә бындай уйҙар башыма инеп тә сыҡманы, сөнки аныҡ килешеүҙән тыш, кешелек принциптары ла бар бит. Бер айҙан мин аяҡҡа баҫтым. Марина ла, ниһайәт, бәйләнешкә сыҡты, тейешле сумманы иҫәбемә күсерҙе. Артабан мөнәсәбәттәребеҙ тағы ла йәнләнде, рәхмәт һүҙҙәрен яуҙырҙы, бөгөн дә даими бәйләнештәбеҙ. ...Ҡыҙсыҡ, ата-әсәһен ҡыуандырып үҫеп килә, тип әйткәйнем. Хәҙер, артҡа әйләнеп ҡарайым да, хайран ҡалам: ошо тиклем һынауҙарҙы үтерлек көс ҡайҙан алғанмын да, нисек йырып сыҡҡанмын? Әйткәндәй, суррогат әсәлек ярҙамында ҡайһы бер бурыстарымды ҡапланым. Тормошомдо бөтәйттем тип әйтә алмайым, шулай ҙа ҡайһы бер матди проблемаларҙан ҡотолдом. Һаулығым хаҡы менән, әлбиттә... Ә нисек ауырлы булыуыңды таныштарыңдан, хеҙмәттәштәреңдән йәшерҙең, тиер бәғзеләр. Был яҡтан ковид осоро ярҙамға килде – мин был айҙарҙы фәҡәт өйҙә һәм дауаханала үткәрҙем. Был осорҙо тормош тәжрибәһе булараҡ ҡабул итәм”, – тип һүҙен тамамланы танышым. ...Был ваҡиғаларҙан һуң бер нисә йыл үткән, Райхана күңеленә ятҡан кеше осратып, икенсегә кейәүгә сыҡҡан, бөгөн ҡыҙын-йондоҙсоғон үҫтерә. “Тағы ла ундай аҙымға барыр инеңме?” – тигәнгә, ышаныслы итеп: “Юҡ, хәҙер теләгем дә, һаулығым да етмәҫ ине, моғайын. Тормошта бер генә хәл дә осраҡлы түгел. Әгәр бер ваҡыт, бер урында яҙмыш бөтөнләй таныш булмаған кешеләрҙе осраштырған һәм һөҙөмтә булараҡ, донъяға көтөлгән сабый тыуған икән, бына ошо – төп һөҙөмтә, тип уйлайым. Нисек кенә булмаһын, тап мин бер бәхетһеҙ парҙың тормошона йән өрҙөм, бәлки, уларҙың ғаиләһен һаҡлап ҡалыуға ла булышлыҡ иткәнмендер. Иң мөһиме – сабый һау-сәләмәт, ата-әсәле булып үҫһен”, – ти Райхана. Хөрмәтле дуҫтар, ә һеҙ беҙҙең яҙма геройы менән килешәһегеҙме? Фото: "Башинформ".