Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Ҡасан ямғырҙар туҡтар?

Башҡортостанда оҙаҡламай ямғырҙар туҡтаясаҡ. Һалҡын һауа торошон эҫе көндәр алмаштыра. Синоптиктар нимә ти? Башгидрометтан хәбәр итеүҙәренсә, атмосфера баҫымы күтәрелеү менән яуым-төшөм туҡтаясаҡ. Был 21 августа була. Аҙна аҙағына һауа температураһы күтәреләсәк, ул норманан ике-дүрт градусҡа юғарыраҡ буласаҡ. Рәсәй гидрометеорология үҙәге хәбәр итеүенсә, 21-24 августа ямғыр яумаясаҡ. Көндөҙ һауа температураһы: 21 августа +23 градус, 22 һәм 23 августа +26 градус булыуы көтөлә. 24 августа һауа +30 градусҡаса йылына. 25 августа +28 градус булыуы фаразлана. 20-23 августа төндә +11, +13, 24 һәм 25 августа +17, +18 градусҡаса йылыта. Фото: Әлиә Хужәхмәтова.