Башҡортостанда ҡырағай йәнлектәр быйыл бигерәк ҡыйыуланды. Юлдарға сығып, автоһәүәҫкәрҙәр ғүмерен хәүефкә ҡуйған мышы, ҡоралай, ҡабандар етмәгән, айыу-бүреләр малға тейә башланы. Был ҡурҡыныс кадрҙар Салауат районынан. “На земле Салавата” баҫмаһы хәбәр итеүенсә, бүре 25 һарыҡҡа һөжүм иткән. Был хәл райондың Башҡорт Илсекәйе менән Урыҫ Илсекәйе ауылдары араһында булған. Һарыҡтар Башҡорт Илсекәйе ауылы кешеләренеке. Януарҙар ҡайһы бер һарыҡтарҙы тамаҡлаған, ҡайһы берҙәрен быуған һәм тешләгән. Хужалары уларҙы мал зыяратына алып барып ташларға мәжбүр булған. Ә шунда ас бүреләргә кешеләр осраһа? Фото: "На земле Салавата".