Шарапжан - шоумен, юмор остаһы Рәмил Шарапов телевидениелағы "Һөйләшергә ваҡыт" тапшырыуында иң ҡурҡҡан нәмәһе тураһында һөйләгән. - Иң ҡурҡҡан нимәм - ғаиләмде юғалтыу. Мин ул хаҡта уйларға ла ҡурҡам! Өйләнер алдынан бер һүҙем бар ине - бер ҡасан да айырылышмаҫҡа. Балаларҙы атай-әсәйһеҙ үҫтерәһем килмәй. Хоҙай Тәғәлә нисек насип иткән - ике ҡанатлы итеп үҫтерәһем килә. Шаярып, осһоҙланып, танау күтәреп, популярлығыңды күтәрә алмайынса бүтән ҡатын-ҡыҙҙың флиртына алданып йәшәгем килмәй! Бер нәмәм дә булмағанда, мин бер кем булмағанда янымда кешем булды! Бына уның менән аҙаҡҡы көнгә ҡәҙәр йәшәгем килә, - тигән ул интервьюла. Афарин, Шарапжан. Һинең кеүек яуаплы ирҙәр, атайҙар күберәк булһын! Фото: видеонан скриншот.
Шарапжан: "Ҡатын-ҡыҙҙың ғишҡына алданып йәшәгем килмәй"
20 августа 202520 авг 2025
~1 мин