Найти в Дзене

Игеҙәктәрҙең береһе үлгән, икенсеһе – комала

Бөрйән районында булған был ҡурҡыныс авария тураһында яҙғайныҡ инде. Унда 19 йәшлек ҡыҙ һәләк булды, тағы бер ҡыҙ һәм водитель дауаханала тигәйнек. Әле “КП-Өфө” баҫмаһы был хәлгә аныҡлыҡ индерҙе. Баҡһаң, ҡыҙҙар игеҙәктәр булған. Ә водитель рулгә таныҡлыҡһыҙ ултырған, табиптар әле уның ғүмере өсөн көрәшә. Фажиғә 12 августа уҡ булды. Ҡағы – Иҫке Собханғол юлының 24-се километрында “Рено Сандеро” автомобиле юлдан оса һәм түңкәрелә. Рулдә 24 йәшлек егет ултыра, янында тағы өс ҡыҙ була. Улар - 19 йәшлек игеҙәктәр Илзидә менән Гөлзидә һәм уларҙың әхирәте. Йәштәр Байназар ауылына дуҫтары янына ял итергә барған һәм ҡайтып килешләй аварияға осраған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Илзидә шунда уҡ йән бирә. Ҡотҡарыусылар йәмшәйгән машинанан Гөлзидә менән водителде ауыр хәлдә һөйрәп сығара. Уларҙы тиҙ арала Белореттағы дауаханаға алып баралар. Әхирәттәре иһә еңел ҡотола, ауыр булмаған йәрәхәттәр ала. Әле ҡыҙҙарҙың әсәһе әйтеүенсә, Гөлзидә дауаханала реанимацияла комала һәм һыңарының үлгәнен белмәй ҙә. Таныштар

Бөрйән районында булған был ҡурҡыныс авария тураһында яҙғайныҡ инде. Унда 19 йәшлек ҡыҙ һәләк булды, тағы бер ҡыҙ һәм водитель дауаханала тигәйнек. Әле “КП-Өфө” баҫмаһы был хәлгә аныҡлыҡ индерҙе. Баҡһаң, ҡыҙҙар игеҙәктәр булған. Ә водитель рулгә таныҡлыҡһыҙ ултырған, табиптар әле уның ғүмере өсөн көрәшә. Фажиғә 12 августа уҡ булды. Ҡағы – Иҫке Собханғол юлының 24-се километрында “Рено Сандеро” автомобиле юлдан оса һәм түңкәрелә. Рулдә 24 йәшлек егет ултыра, янында тағы өс ҡыҙ була. Улар - 19 йәшлек игеҙәктәр Илзидә менән Гөлзидә һәм уларҙың әхирәте. Йәштәр Байназар ауылына дуҫтары янына ял итергә барған һәм ҡайтып килешләй аварияға осраған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Илзидә шунда уҡ йән бирә. Ҡотҡарыусылар йәмшәйгән машинанан Гөлзидә менән водителде ауыр хәлдә һөйрәп сығара. Уларҙы тиҙ арала Белореттағы дауаханаға алып баралар. Әхирәттәре иһә еңел ҡотола, ауыр булмаған йәрәхәттәр ала. Әле ҡыҙҙарҙың әсәһе әйтеүенсә, Гөлзидә дауаханала реанимацияла комала һәм һыңарының үлгәнен белмәй ҙә. Таныштары уның өсөн борсола, ҡыҙҙар гел бергә булған, һыңарының үлемен нисек кисерер тип ҡайғыра. Әйткәндәй, водитель менән Гөлзидә араһында мөхәббәт тойғолары булған, шуға күрә ҡыҙҙар уға ҡурҡмайынса ултырған. Ҡыҙҙар алты балалы ғаиләлә үҫкән. Бер-береһенән айырылмай, улар Өфөгә техникумға уҡырға инә. Тик техник һөнәрҙе оҡшатмай, үҙҙәрен башҡа өлкәлә эҙләргә була һәм эшкә урынлашалар. Ә ялда ғаиләләре янына ҡайтырға ҡарар итәләр. Шунда авария була ла инде. Яҡындары уларҙы тормошто яратҡан, алсаҡ, ижади ҡыҙҙар тип ҡылыҡһырлай. Күптәр был юғалтыуҙы ауыр кисерә. Әлеге ваҡытта Илзидәне тыуған ауылында ерләгәндәр, ә Гөлзидә дауаханала ята. Туғандары ғаиләгә ярҙам итер өсөн социаль селтәрҙә аҡса йыйыу ҙа ойошторған. Хәҙер ни бары уның аңына килеп, һауығыуын көтөргә генә ҡала. Фото: "КП-Өфө".